ИМАН
24 Июля , 07:00

Күҙең теймәһең тиһәң...

"Кеше күҙе кешене – ҡәбергә, малды ҡаҙанға илтә", - тигән боронғолар. Был һүҙҙәр хаҡ. Кеше күҙе, ысынлап та, кешене ауырыта, йә ҡазаға юлыҡтыра, йә хатта үлтерә, Аллам һаҡлаһын. Нимә эшләргә? 

Пәйғәмбәребеҙҙән с.ғ.с. шундай хәҙис риүәйәт ителә:

«Әгәр кемегеҙҙер үҙенең ҡәрҙәшендә, йә үҙ-үҙендә, йә мөлкәтендә уны һоҡландырған нәмә күрһә, шуға бәрәкәт һораһын, сөнки күҙ тейеү –  хаҡ».

Күптәр үҙҙәренең күҙе ҡатымы, юҡмы икәнен белмәй. Шуға үҙҙәре лә теләмәйенсә, кемгәлер йә нимәгәлер (балаһынамы, ейәненәме, малынамы, машинаһынамы йә башҡаһына) һоҡланып ҡарап, күҙ тейҙереүҙәре ихтимал.

«Кеше күҙе кешене – ҡәбергә, малды ҡаҙанға илтә», - тигән боронғолар. Был һүҙҙәр хаҡ. Кеше күҙе, ысынлап та, кешене ауырыта, йә ҡазаға юлыҡтыра, йә хатта үлтерә, Аллам һаҡлаһын.

Шуға ла кем генә, нимә генә һеҙҙе һоҡландырмаһын, һәр ваҡыт артынса: «Бисмилләһ, мә шә Аллаһ», «Мә шә Аллаһ, лә ҡуүүәтә иллә билләһ», «Сүбнәнәллаһ, мә шә Аллаһ, күҙ теймәһен», «Мә шә Аллаһ, тәбәракәлләһ», «Аллаһүммә бәрик ғәләйһи», «Аллаһүммә бәрик фик», «Бәракәллаһү фик» тигән кеүек доға-зекер һүҙҙәрен әйтеүҙе ғәҙәт итеп алығыҙ.

Ошо һүҙҙәр һоҡланған саҡта һоҡланыу тәьҫирен юҡ итәсәк һәм көсһөҙәйтәсәк, ин шәә Аллаһ. Кеше күҙенән генә һаҡланыу дөрөҫ түгел, кешеләрҙе лә үҙ күҙебеҙҙән һаҡлайыҡ.

Автор:Альфия Мингалиева.
 
 
Автор:
Читайте нас