Бөгөн, ял көнөндә, күптәр ҡайҙалыр барырға, юлға сығырға планлаштырғандыр. Сәфәрегеҙ, эш-ғәмәлдәрегеҙ уң булһын!
Аллаһтың фатихаһын алып йөрөгөҙ. Өйҙән сыҡҡанда уҡыла торған доғаны тәҡдим итәбеҙ:
"Бисмилләһи. Тәүәккәлтү ғәләл-лаһи. Үә лә хәүлә үә лә ҡуүүәтә иллә бил-ләһ".
Мәғәнәһе:
"Аллаһ исеме менән башлайым. Бөтә эштәремде Уның Үҙенә генә тәүәккәлләйем. Уға тапшырам. Ысын ҡеүәт, көс тик Аллаһтан ғына".