ИМАН
29 Июня , 11:34

Йортоғоҙҙоң эсе нур бөркөп, бәрәкәт менән тулһын тиһәгеҙ...

Ашарға бешергән ваҡытта түбәндәгеләрҙе үтәргә кәңәш ителә:    

Йортоғоҙҙоң эсе нур бөркөп, бәрәкәт менән тулһын тиһәгеҙ...Йортоғоҙҙоң эсе нур бөркөп, бәрәкәт менән тулһын тиһәгеҙ...
Йортоғоҙҙоң эсе нур бөркөп, бәрәкәт менән тулһын тиһәгеҙ...

Ашарға бешерер алдынан тәһәрәтләнеп алығыҙ.

Аш-һыу бүлмәһенә ингәс: «Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим», – тип әйтегеҙ.

Әгәр ҙә эшегеҙ ныҡ күп булһа, өлгөрмәйем тип, борсолһағыҙ: «Ләә хәүлә вә ләә куввәтә иллә билләһ», – тип ҡабатлағыҙ.

Әҙерләр алдынан, ризығыбыҙ нур менән тулһын, уны тәмләп ҡараусыларҙың иманы нығынһын, изге эштәр башҡарырға илһамландырһын, тип ниәтләп, эшегеҙҙе башлағыҙ.

Өйөгөҙгә бәрәкәт инһен өсөн, һатып алған ризыҡтарға «Кәүсәр» менән «Ҡәҙер» сүрәләрен уҡығыҙ.

Ашарға бешергән ваҡытта «Нур» сүрәһенең 35-се аятын уҡығыҙ. Ғаилә ағзалары араһында мөхәббәт арта, йөрәккә яҡты нур һәм изгелек өҫтәлә.

Плитәне тоҡандырғас: «Аллаhүммә аджирни мина-н-нар», – тип әйтегеҙ.

Һыуҙы ҡулланғанда Мөхәммәт пәйғәмбәр саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләмгә салауат әйтегеҙ: «Аллаһүммә сәлли ғәлә Мөхәммәдин үә ғәлә әли сәйидинә Мөхәммәд».

Еләк-емеш, йәшелсәләр һәм ит менән булышһағыҙ: «Аллаhумма инни асалюка-ль-джанна», – тип зикер әйтегеҙ.

Бысаҡты ҡулланғанда « Собханаллаһ» һәм «әлһәмдүлилләһ» тип зикерҙәрҙе ҡабатлағыҙ.

Әҙер ризыҡҡа ете тапҡыр «Көрәйеш» сүрәһен уҡығыҙ.

Бик арып китһәгеҙ: «Әғүҙүбилләһ», – тип зикер әйтегеҙ.

Бөтә эштәрҙе тамамлағас, Аллаһы Тәғәлә рәхмәт әйтергә онотмағыҙ

Хәҙистәрҙән сығып әҙерләнде.

Сығанаҡ һәм фото: "Иманлы булайыҡ!" төркөмө. 

Автор:Альфия Мингалиева
Автор:
Читайте нас