ИМАН
1 Июня , 05:56

Имтихан доғаһы

Аллаһы Тәғәләнең  киң рәхмәте менән уҡыу йорттарында, мәктәптәрҙә уҡыу йылы тамамланды, сығарылыш уҡыусылары һәм студенттар имтихан тапшыралар.

Имтихан тапшырыу – алған белемеңде тикшереу, нығытыу һәм иҫкә төшөрөу ҙә булып тора. Ләкин имтихан алдынан уҡыусы ҡаушарға йәки онотолоп китергә мөмкин. Шуға күрә лә имтиханға әҙерләнгән ваҡытта һәм уны тапшырыр алдынан доға ҡылырға ла онотмайыҡ:

«Бисмилләһир-рахманир-рахим. Рабби зидни гыйльмән вә фәһмән вәәл - хыйкни биссалихин. Раббишрахли садри вә йәссирли әмри вәхлүл гукъдәтән мин лисани йәфкаһү каули, йә Хафиз, йә Ракыйб, йә Нәсыйр, йә Аллаһ. Рабби йәссир вәлә тугъассир. Рабби тәммим билхайр».

Мәғәнәһе: «Мәрхәмәтле вә рәхимле Аллаһ исеме менән башлайым. Раббым! Ғилемемде һәм зиһенемде арттыр. Мине салих ҡолларыңдан әйлә. Раббым! Күкрәгемде ас, эсемде еңеләйт һәм телемдәге бауҙы сис, әйткән һүҙемде аңлаһындар. Әй, Һаҡлаусы, Күҙәтеүсе. Ярҙам итеүсе Раббым! Еңеләйт, ауырлатма, Раббым! Эшемде хәйере менән тамамла».

Аллаһы Тәғәлә киң рәхмәт ишектәреңде асып, уҡыусыларға уңышлы ғына имтихан ташырырға насип итһен!

Автор:
Читайте нас