ИМАН
30 Мая , 10:45

Аҡъюл ауылы өҫтөндә яңғыраны аҙан тауышы

Бөгөн аҡъюлдар оло шатлыҡ кисерҙе — ауылда иман йортон асыу тантанаһы үтте.

Аҡъюл ауылы өҫтөндә яңғыраны аҙан тауышыАҡъюл ауылы өҫтөндә яңғыраны аҙан тауышы
Аҡъюл ауылы өҫтөндә яңғыраны аҙан тауышы

Бер туҡтауһыҙ ҡойма ямғырҙар яуыуына ҡарамаҫтан тыуған ауылынан ситтә йәшәгән яҡташтар, дин әһелдәре барыһы ла тантанаға  ихлас йыйылып, аҡъюлдарҙың ҡыуанысы менән уртаҡлашырға килде. Мәсеттең эсе лә, тышы ла бик күркәм килеп сыҡҡан.  

Ауылдың имам-хатибы Ильяс Ишемғолов был көндөң мөһимлеген билдәләп, барыһын да тәбрикләне һәм мәсеттең артабан да иман нуры сәсеп тороуын теләне. Аҡъюл ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Илнар Игебаев та, был изге эштең тамамланыуына ҡыуанып, мәсеттең ишектәре һәр кемгә асыҡ булыуын теләне һәм төҙөлөштә ярҙам иткәндәрҙең барыһына ла рәхмәт белдерҙе.

Район хакимиәтенең эштәр идарасыһы Салауат Байсурин, Хәйбулла районының имам-мөхтәсибе Муса Мәхмүтов һәм башҡа дин әһелдәре, ҡунаҡтар һәм ауылдаштар һүҙ алып, аҡъюлдарҙы ҡотлап сығыш яһаны һәм мәсеткә бүләктәр тапшырҙы. Был көндө ауылда байрам кәйефе хакимлыҡ итте. Иман йорто ауылға ҡот һәм бәрәкәт биреп торһон!

Күберәк фотолар бында:https://vk.com/album450437627_309999277 

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас