

Хәйбулла районы мосолмандарының имам-мөхтәсибе Муса хәҙрәт Мәхмүтов дини күҙлектән сығып ғаилә ҡиммәттәренә аңлатма бирҙе һәм аят, хәҙистәргә таянып, никах, ир менән ҡатындың хоҡуҡтары һәм бурыстары, бала тәрбиәләү, ғаилә һәм башҡалар тураһында фәһемле кәңәштәре менән уртаҡлашты.
– Йәштәргә әйтер һүҙем – никахһыҙ йәшәмәһендәр. Ғаилә ҡорғанда ир менән ҡатын араһында никах уҡыла. Йәштәр бергә донъя көтөргә үҙҙәре хәл итһәләр ҙә алдан ата-әсәй ризалығын, фатихаһын алыу зарур. Сөнки ата-әсәһе уларҙы тәрбиәләп үҫтергән, оло тормош юлына сығарған. Хәҙерге заманда ҡайһы бер егет-ҡыҙҙар атай-әсәйҙәр ризалығын алмайынса никах уҡытырға тырышалар. Ләкин никахтың бер өлөшөн үтәп, икенсе өлөшөн тулыһынса үтәмәү дөрөҫ булмай. Әгәр ҙә ата-әсәһе бик алыҫта йәшәй икән, шылтыратып булһа ла уларҙың ризалыҡтарын алһындар. Ғаилә ҡорғансы ҡыҙ менән егет бер-береһенә сит кеше тип һанала, шуға ла улар дуҫлашып йөрөй башлау менән йәштәрҙе никах уҡытырға ҡабаландырырға кәрәк. Никах менән йәшәһәләр генә улар бер-береһенә хәләл булалар. Никахта шәһиттәрҙең булыуы шарт. Шәһиттәрһеҙ үткән никах ысынында дөрөҫ тип һаналмай, сөнки тап улар яңы ҡоролған, уҡылған никах хаҡында халыҡҡа еткерергә тейеш. Шулай уҡ ҡыҙ кешегә мәһәр бирелергә тейеш. Мәһәр ир тарафынан ысын күңелдән тапшырылһын. Артабан мәһәр доғаһы уҡыла. Ҡайһы осраҡта оҙаҡ йылдар бергә йәшәп тә, никахтары булмаған оло йәштәге ағай-апайҙарҙың мәсеткә никах уҡытырға килгән осраҡтар булды, – тип әңгәмәне башланы Муса хәҙрәт.
Эйе, донъя булғас, һауыт-һаба шалтырамай тормай, ти халыҡ мәҡәле. Ғаиләлә мөнәсәбәттәрҙе көйләү, иң элек, аралашыу аша килә. Бер-беребеҙгә тап киләбеҙ, тип өйлә¬нешкән йәштәр бит, асылда, яңылыша. Сөнки кешене белеп бөтөү мөмкин түгел. Шуға ла ир менән ҡатын йәшәй-йәшәй генә «һауытына күрә ҡапҡасы» рәүешенә килә. Үкенескә ҡаршы, күптәр тормош һынауын үтә алмай, никахтары тарҡалып, балалары атай тәрбиәһе күрмәй үҫә.
–Ғаилә именлеге өсөн кәләш тә, кейәү ҙә, икеһе лә берҙәй яуаплылыҡ алырға тейеш. Мәсеткә килгән йәш парҙарға тормош башлағанда кәрәк буласаҡ файҙалы хәҙистәрҙе еткерергә тырышабыҙ. Пәйғәмбәребеҙ: «Никах – минең сөннәтемдер. Сөннәтемдән кем баш тарта, шул минең өммәтемдә түгел», – тигән. «Һеҙ үҙ ҡулығыҙ аҫтында булғандарҙы никахландырығыҙ» – тиелә Нух сүрәһендә. Никах уҡылғандан һуң никах хөтбәһе уҡыла.Ә донъя көтә башлап, тормош көткәндә асыуланышҡандарында шәһиттәре уларҙы яраштырырға ярҙам итергә бурыслы. “Талаҡ!” тип әйтергә ашығырға кәрәкмәй. Һәр осраҡта ла ултырып һөйләшергә, хәл итеү юлдарын табырға тырышыу мөһим. Мәсеткә кәңәш һорап килгән күп парҙарҙы яраштырып ҡайтарып ебәргән саҡтарым булды. Хәҙерге заманда “гражданлыҡ никахы” менән йәшәйбеҙ тип, паспорттарында мисәтһеҙ йәшәгән парҙар етерлек. Быны мин хупламайым. Парҙар бергә йәшәргә хәл иткәс, ЗАГС бүлегендә теркәлергә тейеш. Ислам динендә ғаилә сәләмәт йәмғиәттең нигеҙе булып тора. Никахҡа инеү дини бурыстың яртыһын үтәү тип ҡарала. Балалар Алла тарафынан һаҡлауға тапшырылған хазина тип иҫәпләнә, уларҙың именлеге, тейешле тәрбиә алыуы өсөн һәр ата-әсә Аллаһы Тәғәлә ҡаршыһында етди яуап тота. Шулай уҡ әсәйҙәрҙе хөрмәт итеүгә айырым иғтибар бүленә. Ата-әсәләрҙең төп бурысы – балаларға матди яҡтан ғына ярҙам итеп ҡалмай, ә иман һәм әхләҡи ҡиммәттәрҙе үҫтереү. Ислам дине балаларға ата-әсәһенә хөрмәт күрһәтергә, ә ата-әсәләргә балаға рухи тәрбиә биреп, шәхес итеп үҫтереп, әхләҡи ҡиммәттәрҙе тапшырып, һәр осраҡта ла зирәк булып ҡалырға өндәй, – тип билдәләне имам-мөхтәсиб.
Тәрбиә үҙеңдән башланыуы көн кеүек асыҡ, ә балаларға тәрбиә биреү ғүмер буйына бара. Ата-әсәһенең үҙ-ара йылы мөғәмәләһе, татыулыҡ та – сабыйға дәрес. «Татыулыҡ – бәрәкәтле тормоштоң башы һәм нигеҙе. Ҡош ҡанаты менән, ғаилә татыулығы менән көслө, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Ғаилә һәр кем өсөн дә иң изге төшөнсә булып ҡалһын», – тип һүҙен йомғаҡланы Муса хәҙрәт.
Хәҙерге заманда баш әйләндергес тиҙлек менән үҙгәргән донъяла ғаиләң, йортоң ныҡлы терәк булыуы мөһим. Хәләл ефетебеҙгә, балаларға, атай-әсәйҙәребеҙгә йышыраҡ йылы һүҙҙәр әйтәйек. Тап ошондай ябай ғына ихласлыҡтан, килешеп татыу йәшәүҙән бәхетле тормош башланыуын онотмайыҡ.