ИМАН
25 Май , 10:31

27 май – ҠОРБАН ҒӘЙЕТЕ!

Ҡорбанға бәйле ҡайһы бер актуаль һорауҙарға яуап.

 Һорау: Ҡорбанға тигән тәкәнең күҙенә аҡ төшкән, уны ҡорбанға һуйырға яраймы? Һәм тағы ла: бер имсәгенең һөтө кипкән, ә ҡалған имсәктәрендә һөтө булған малды ҡорбанға һуйырға яраймы?

Яуап: Күҙенә төшкән аҡ күҙ ҡараһының өстән бер өлөшөнән күберәген ҡаплап алған булһа, был һуҡырлыҡ һанала, һәм ундай мал ҡорбанлыҡҡа бармай. Әгәр малдың имсәге кипкән (ҡороған) икән, ул мал ҡорбанға эшкинмәй. Шулай уҡ, һарыҡ йә кәзә малының бер имсәге генә лә кипһә, ул ҡорбанлыҡҡа бармай, ә һыйыр кеүек ҙур малдың ике имсәге кипһә генә – бармай, тигән фекер ҙә бар. Ә Аллаһ яҡшыраҡ белә.

 

 Һорау: ҡорбан итен шешлек (шашлыҡ) итеп ашатырға яраймы?

Яуап: Эйе, ярай, әлбиттә, ин шәә Аллаһ.

 

 Һорау: Курдюк (көрҙөк) һарығын ҡорбанға салырға яраймы?

Яуап: Курдюк (көрҙөк) һарығын башҡортса "ҡуй һарығы" тиҙәр һәм артындағы майын "ҡуй майы" тиҙәр. Ҡуй һарығын ҡорбанға салырға ярай һәм ҡуй майын ашарға ярай (хәләл).

 

 

 Һорау: Ҡорбанға һарыҡты урыҫтарҙан алырға  яраймы?

Яуап: Эйе. Икенсе дин әһелдәре менән сауҙа, алыш-биреш эштәре шәриғәттә тыйылмаған. Шул иҫәптән, ҡорбанлыҡ һарыҡты ла икенсе дин әһеленән һатып алырға ярай, ин шәә Аллаһ.

 

«Башҡорттарға – дин!» төркөмөнән.

Автор:
Читайте нас