17 майҙа, ҡояш байығас, изге айҙарҙың береһе – Зөлхизә башланды. Уның тәүге ун көнөн ғалимдар йылдың иң хәйерлеләре тип билдәләй. Был мәл Рамаҙан айының көндәренән дә өҫтөн, ләкин Рамаҙандың һуңғы ун төнө Зөлхизә айының төндәренән өҫтөнөрәк.
Зөлхизәнең баштағы ун көнө тураһында Пәйғәмбәребеҙҙең шундай һүҙҙәре бар: “Был көндәрҙәге изге ғәмәлдәр Аллаһ Тәғәләгә шул тиклем яҡын һәм һөйөклө була, хатта уларҙан өҫтөнөрәк көндәр юҡ!” Сәхәбәләр, быны ишеткәс: “Аллаһ юлында ҡылынған йыһат та ул тиклем түгелме ни?” – тип һораған. Пәйғәмбәребеҙ уларға яуап итеп: “Аллаһ юлында ҡылынған йыһат та ул тиклем түгел. Тик кеше үҙ малы һәм йәне менән сығып, был ике нәмәнең береһе лә кире ҡайтмаһа ғына...” – тигән (әл-Бохари йыйынтығынан). Ошо хәҙискә таянып, мосолмандар Зөлхизә айын ихлас тәүбәләр, зикерҙәр һәм башҡа файҙалы ғәмәлдәр менән башлап ебәрергә тейеш. Ҡайһы берҙәрен айырым атап китәйек.
1) Ураҙа. Был ғибәҙәт, иң сауаплы, яҡшы эштәрҙең береһе булғанына күрә, Зөлхизә айының тәүге туғыҙ көнөндә хуп күрелә. Унынсы көнгә килгәндә, ул байрам һәм йәнә бер бөйөк ғәмәл – ҡорбан салыу – ваҡыты, ә Исламда ике ғәйет мәлендә ураҙа тотоу рөхсәт ителмәй. Пәйғәмбәребеҙҙең ҡайһы бер ҡатындары һөйләүенсә, ул Зөлхизә айының туғыҙ көнөндә, Ғәшүрә көнөндә һәм һәр айҙың өс көнөндә – беренсе дүшәмбеһендә һәм ике кесе йомаһында – ураҙа тотҡан (Әбү Дауыт, әт-Тирмизи йыйынтыҡтарынан).
2) “Лә́ илә́һә и́лләллаһ”, “әлхә́мдүлилләһ”, “Алла́һу ә́кбәр” тигән зикерҙәрҙе йышыраҡ ҡабатлау. Бының өсөн ниндәйҙер айырым ваҡыт йә урын талап ителмәй – кеше автобус көтөп торғанда, сиратта ултырғанда, машина йөрөтөп барғанда ла зикер әйтә ала. Беҙҙең күп кенә минуттарыбыҙ бер-бер артлы үтеп тора, ә шул ваҡыттарҙы Аллаһ Тәғәләнең мәңгелек яҙмаһы Ләүхүл мәхфүзгә сауап итеп күсерер өсөн тел һәм ирендәрҙе генә ҡыбырлатырға кәрәк бит.
Зикерҙе ирҙәр – ҡысҡырып, ә ҡатындар эстән генә әйтергә тейеш. Киң билдәле төрҙәренең береһе ошо: “Алла́һу әкбәр! Алла́һу әкбәр! Лә илә́һә и́лләлла́һ! Үәлла́һу әкбәр! Алла́һу әкбәр! Үә лиллә́һил хәмд!” (тәржемәһе: “Аллаһ – иң Бөйөк! Аллаһ – иң Бөйөк! Аллаһтан башҡа илаһ юҡ һәм Аллаһ – иң Бөйөк! Аллаһ – иң Бөйөк! Һәм Аллаһҡа – маҡтау!”).
3) Был көндәрҙә Аллаһ Тәғәлә кемгәлер хаж насип итһә, уның сауабы ниндәй оло икәнен әйтеп тә тораһы түгел. Ошо хәҙисте иҫкә төшөрөү ҙә етә: “Ҡабул ителгән хаж Йәннәткә генә лайыҡ” (әл-Бохари һәм Мөслим йыйынтыҡтарынан). Әгәр кешенең хаж ҡылырға мөмкинлеге бар икән, ул быны тиҙерәк файҙаланырға тырышһын. Хаж ҡылғандан һуң күп кешеләр бик ныҡ үҙгәрә. Әлбиттә, изге ерҙәрҙә миллионлаған мосолман ҡәрҙәште осратыу, уларҙың ихлас ғибәҙәттәрен, доға ҡылғандарын, күҙ йәштәрен күреү күңелгә көслө тәьҫораттар бирмәй ҡалмай.
4) Әлбиттә, Зөлхизә айына хас иң изге эштәрҙең тағы береһе – ҡорбан салыу. Ҡыҫҡаса ғына был ғәмәл тураһында бер хәҙисте иҫкә төшөрәйек: “Ҡорбан ғәйете көнөндә Аллаһ Тәғәлә ҡаршыһындағы иң яҡшы ғәмәл – ҡорбан малының ҡанын ағыҙыу (йәғни ҡорбан салыу). Был хайуан Хөкөм көнөндә үҙенең мөгөҙ-тояҡтары һәм тиреһе менән [ҡылынған ғибәҙәттең тере шаһиты булараҡ] киләсәк. Уның ҡан тамсылары ергә төшөп өлгөргәнгә тиклем үк Раббы ҡаршыһында оло урын алыр. Шуға ла йәндәрегеҙ тыныс булһын (йәғни Аллаһтың әжер биреүенә ныҡлы ышанығыҙ)” (әл-Хәким, Ибн Мәджәһ, әт-Тирмизи йыйынтыҡтарынан, хәсән хәҙис).
Ғөмүмән, йылдың иң хәйерле көндәрен ҡәҙимге мәл кеүек үткәрмәйек, тәүбә итеү, Ҡөрьән уҡыу, төнгө намаҙҙарға тороу, атай-әсәйҙәребеҙгә хөрмәт күрһәтеү, туғандарыбыҙ менән араны яҡшыртыу, күршеләребеҙгә яҡшылыҡ эшләү, зикерҙәр әйтеү, ураҙа тотоу, дини белемебеҙҙе арттырыу, намаҙҙарҙы йәмәғәт менән башҡарыу, ярлыларға ярҙам ҡулы һуҙыу, мосолмандар мәнфәғәтендәге эштәрҙә әүҙем ҡатнашыу, етешһеҙлектәребеҙҙән арыныу һәм башҡа төрлө изгелектәр ҡылып ҡалырға ла ашығайыҡ. Әгәр кемгәлер: “Был айҙа эш хаҡың йөҙ тапҡырға күберәк булыр, өҫтәүенә, нисек тырышыуыңа ҡарап, премияны ла бер нисә мәртәбә арттырып бирербеҙ!” – тиһәләр, ул кеше ни тиклем дәртләнер ине, шулай бит? Ләкин әҙәм балаһы көсһөҙ итеп яратылған, ул аҡса менән бәйле донъяуи нәмәне яҡшыраҡ аңлай, ә Ахирәтен онота. Юҡҡа ғына Ҡөрьәндә: “Һеҙ был донъяны артығыраҡ күрәһегеҙ, ә Ахирәт хәйерлерәк һәм дауамлыраҡ бит!” – тиелмәгән (“Әл-Әғлә” сүрәһе, 16-17-се аяттар).
Аллаһ Тәғәлә беҙгә был ғүмерҙе дөрөҫ итеп йәшәп уҙырға, изге ваҡыттарҙы, урындарҙы һәм хәлдәрҙе ҡуллана белергә ярҙам итһен, беҙҙе Үҙенең хаҡ дине Исламдан айырмаһын, Пәйғәмбәребеҙҙең Сөннәтенә һуңғы һулышыбыҙға тиклем тоғро ҡалырға насип әйләһен. Әмин.
Автор фотоһы.
Беҙҙең МАХ-тағы каналға ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan