ИМАН
17 Мая , 17:16

Башҡортостан делегацияһы “Рәсәй – Ислам донъяһы” форумында ҡатнаша

Сара 103 ил вәкилдәрен берләштерә.

Башҡортостан делегацияһы “Рәсәй – Ислам донъяһы” форумында ҡатнашаБашҡортостан делегацияһы “Рәсәй – Ислам донъяһы” форумында ҡатнаша
Башҡортостан делегацияһы “Рәсәй – Ислам донъяһы” форумында ҡатнаша

Башҡортостан делегацияһы 12 майҙан 17 майға тиклем Ҡазанда үткән “Рәсәй – Ислам донъяһы” XVII Халыҡ-ара иҡтисади форумында ҡатнаша. Сара 103 ил вәкилдәрен берләштерә.

Форум  сиктәрендә “Рәсәй – Ислам донъяһы” стратегик ҡараш төркөмөнөң “Рәсәй менән ислам донъяһы араһында уртаҡ ҡиммәттәр” темаһына пленар ултырыш үтте.

Быйыл тиҫтәләгән илдән сәйәсәтселәрҙе, дипломаттарҙы һәм эксперттарҙы берләштергән төркөм халыҡтар һәм дәүләттәр араһында ышанысты нығытыуға һәм үҙ-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә йүнәтелгән эшсәнлектең 20 йыллығын билдәләп үтә.

Ултырышта 100-ҙән артыҡ кеше – дәүләт һәм  йәмәғәт эшмәкәрҙәре, донъя диндәренең рухи институты лидерҙары, Рәсәй һәм сит илдәрҙең, шул иҫәптән Алжир, Мысыр, Ливия, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Оман, Тунис, Ҡаҙағстан, Тажиҡстан һәм башҡа дәүләттәрҙең эшлекле һәм фәнни даирәләре вәкилдәре ҡатнашты.

Рәсәй мосолмандарының  Үҙәк диниә назараты делегацияһын Баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдин етәкләне. Башҡортостандың рәсми вәкилдәре сифатында ултырышта республика Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса урынбаҫары Данияр Абдрахманов һәм төбәк Башлығы янындағы Дәүләт-конфессия мөнәсәбәттәре советы рәйесе Азат Фәттәхов ҡатнашты.

Сара Ҡөрьән уҡыуҙан башланды.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың сәләмләү һүҙен республика Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса урынбаҫары Данияр Абдрахманов еткерҙе.

Башҡортостан Башлығы билдәләп үткәнсә, республика ислам илдәре менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә.

Автор:Карима Усманова
Автор:
Читайте нас