

Ерҙә ҡош ояһындай ғына мәсет төҙөгән кешегә лә Аллаһы Тәғәлә йәннәттә һарай төҙөр тип әйтелә хәҙистә. Йылдан йыл Ислам динен ҡеүәтләп йәшәгән, иманға ынтылған халҡыбыҙ ғибәҙәтхана төҙөүҙә үҙ өлөшөн индерергә тырыша, сауаплы һәм изге эштәрҙә әүҙем ҡатнаша. 2023 йылдың майында «Иман нуры» мәсетенә нигеҙ һалына һәм берҙәм көс менән өс йыл эсендә мөһабәт иман йорто ҡалҡып сыға.
Тантаналы сарала Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов, Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты мөфтөйө Айнур Бирғәлин, райондың имам-мөхтәсибе Муса хәҙрәт Мәхмүтов, Маҡан ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Ансар Ҡарабаев, район ауылдары имамдары, сит тарафтарҙан килгән дин әһелдәре, яҡташтар һәм ауыл халҡы ҡатнашты.