Татарстандың баш ҡаҙыйы Жәлил хәҙрәт Фазлыев:
"Һүҙ арҡаһында кеше үпкә һаҡлай, аралар боҙола. Ысынында иһә һүҙ – бер нәмә лә түгел. Мәҫәлән, шар өрәбеҙ – ул ҙур булып күренә, ләкин эсендә бушлыҡ ҡына. Һүҙ ҙә шундай. Беҙ һүҙгә артыҡ әһәмиәт бирәбеҙ.
Кәмһетһәләр ҙә, һүкһәләр ҙә, нимә генә әйтһәләр ҙә – әгәр һин ғәйепһеҙ икән, һине ни тиклем һөйләйҙәр, шул тиклем һиңә сауап ҡына килә. Һинең гонаһтарың һине һөйләүселәргә күсә, ә уларҙың игелекле эштәре һиңә күсә.
Ҡайһы берәүҙәр хатта асыу сығарыу өсөн махсус юҡ нәмәләрҙе һөйләй. Вулкандар атылырға, йондоҙҙар һибелергә, диңгеҙҙәр шауларға, ҡаялар ярылырға мөмкин – әммә ысын мөьминдең күңеле тыныс булырға тейеш.
Ҡөрьән Кәримдә Аллаһы Тәғәлә былай тигән:
“Динһеҙҙәр һәм ике йөҙлө кешеләр һеҙҙе юлдан яҙҙырыу өсөн төрлө һүҙҙәр әйтер. Әгәр һеҙ уларға яуап бирмәһәгеҙ – был улар өсөн яза булыр. Сөнки улар һеҙҙән яуап алып, шуны тағы ла арттырырға тырыша. Аллаһы Тәғәләгә тапшырығыҙ – Ул һәр кемгә лайыҡлыһын бирә.”
Әгәр һинең тураһында һөйләйҙәр икән, иң элек:
“Мин дә кем тураһында урынһыҙ һөйләнемме икән?” – тип уйла.
Әгәр ундай ғәйебең юҡ икән – борсолма.
Беҙҙе һөйләгән кеше беҙҙе паҡлай, таҙарта. Ҡиәмәт көнөндә, ғәмәлдәребеҙ үлсәүгә ҡуйылғас, кешеләр:
“Беҙҙе һөйләгәндәр, урынһыҙ кәмһеткәндәр ни өсөн күберәк булманы икән?” – тип үкенер, ти."
Сығанаҡ: "Иманлы булайыҡ" төркөмө.