Ҡай берәүҙәр тиҙ генә йоҡлап китә алмай интегә. Бәғзеләр төн уртаһында уянып, оҙаҡ ваҡыт кире йоҡлап китә алмай ята. Шул ваҡытта доғалар уҡығыҙ. Үҙегеҙ белгән, күбебеҙҙең телендә булған “Фәтиха”, “Ихлас” сүрәләрен уҡыу ҙа файҙаға.
Шулай уҡ йоҡлай алмаған ваҡытта ошо доғаны уҡырға кәңәш итәләр: Лә иләһә илләл-лаһүл-үәхтдүл-ҡаһһәрү раббүс-сәмәүәти үәл-әрҙи үә мә бәйнәһүмәл-ғәзизүл-ғаффәр.
Мәғәнәһе: Берҙән-бер хаким, күктәрҙең һәм ерҙең, күктәр менән ер араһындағы бөтә булмыштарҙың Раббыһы, көс-ҡеүәт эйәһе, гонаһтарҙы кисереп тороусы Аллаһтан башҡа илаһ юҡ.
Фото: Эльвира Хамидуллина (Стерлибашевские родники).
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!