Аҡъяр ауылының “Жәмиғ” мәсетендә Ураҙа ғәйете үтте. Райондың имам хатибы Муса хәҙрәт хаҡ мосолмандарҙы оло байрам менән ҡотлап ислам дине традицияларына тоғро ҡалырға саҡырҙы. Һәр көнө байрамға бәрәбәр изге Рамаҙан айы тамамланды һәм барлыҡ мосолман халҡы Урҙа ғәйетен ҡаршыланы. Бөтә халыҡ иртәнән изге йортта йыйылып, күңелдәренә иман нуры индерҙе. Ураҙа байрамын мосолмандар ғәрәп телендә Ғийдүл-Фитр тип йөрөтә. Ул йыл һайын, Рамаҙан айы тамамланғас, 1 шәүүәл көнө үткәрелә.
Сығанаҡ: район хакимиәте