Муллаға барып, хәлде һөйләп бирергә уйлайҙар. Өй хужаһы: «Нисек муллаға аҡсаны урлағанһың тип әйтәһең инде»,- ти.
Бер йыл буйы шулай муллаға ҡырын ҡарап йәшәйҙәр.
Бер йыл уҙа, тағы мулланы саҡырырға кәрәк. Уңайһыҙланып булһа ла, мулланы Ҡөрьән ашына саҡыралар. Мулла килә, ир менән ҡатынға ауыр, ҡыйынһынып торалар. Шунан һөйләшеп китәләр.
- Хәҙрәт, минең һиңә мөнәсәбәтем үҙгәргәнен белдеңме, - ти ир кеше.
Мулла әйтә:
- Эйе шул, һиҙҙем, һин минән ситләштең, ни булды? - тип һорай.
Өй хужаһы һөйләп бирә:
- Хәҙрәт, миңә әйтеүе лә ҡыйын, шулай ҙа, һин киткәс, аҡсабыҙ юғалды бит, - ти.
Мулла йылмайып ебәрә. «Мин килгәс, тәҙрәнән иҫкән елдән өҫтәлегеҙҙәге аҡса иҙәнгә төштө. Мин уны алдым да, Ҡөрьән эсенә тығып ҡуйҙым. Ҡөрьәнде асыу менән аҡса табылыр тип уйланым. Ә һеҙ бер йыл буйына уны асып та ҡарамағанһығыҙ. Әммә минең күңелем һеҙҙең мине ғәйепле тип уйлағанығыҙ өсөн түгел, ә йыл буйына Аллаһ Китабын асып та ҡарағанығыҙ булмағанға төштө. Әгәр һеҙ Ҡөрьәнде асҡан булһағыҙ, ул аҡсаларығыҙҙы тапҡан булыр инегеҙ», – ти ул.
Интернет селтәренән.