Асыуҙан ҡотолоуҙың ла төрлө юлдары бар. Мәҫәлән, бер тапҡыр Рәсүлебеҙ алдында ике кеше тартҡылаша башлай, береһенең хатта асыуҙан йөҙө ҡыҙара, шунда Рәсүлебеҙ уны күреп әйтә: Әгәр ул: «Әғүҙү билләһи минәш-шәйтанир-ражим» (таш менән ҡыуылған шайтандан Аллаһҡа һыйынам) тигән һүҙҙәрҙе әйтһә, һис шикһеҙ тынысланыр ине.
Аллаһ Тәғәлә «Әғраф» сүрәһенең 200-өнсө аятында әйткән: «Ҡасан һине шайтан ҡотортһа, һин Аллаһ Тәғәләгә һыйын, Ул Ишетеүсе һәм Белеүселер».
Пәйғәмбәребеҙ, ғәләйһис-сәләм, әйткән: «Әгәр һеҙҙең берәрегеҙ асыуланған ваҡытта баҫып торған булһа, ултырһын, ултырғас та асыуы баҫылмаһа, ятып торһон». Ошо хәҙис шуға ишара: баҫып тороусы кеше ултырып йә булмаһа ятып тороусы кешегә ҡарағанда тыныслыҡ таба алмаҫ.
Пәйғәмбәребеҙ, ғәләйһис-сәләм, әйткән: «Әгәр берәрегеҙ асыуланһа, тик торһон». Йәғни, әсе телле кеше үҙенең асыуы менән үҙе лә әйтергә теләмәгән нәмәләрҙе әйтеп ташларға мөмкин. Һуңынан үкенгәнсе, хәҙер телен тыйһын. Әгәр бер кеше, асыуы сыҡҡанда үҙенең нәфесен баҫып, асыуын тыйып ҡала алһа, унда сабырлыҡ тигән матур холоҡ барлыҡҡа килә. Шул сабырлыҡ кешегә гонаһтан ҡотолорға ярҙам итә.
Сығанаҡ: Әбйәлил төркөмөнән. https://nazir1965.com/