Ҡәҙер төнө – йылдың иң бөйөк төнө, сөнки унда ҡылынған ғибәҙәттәр мең ай, йәғни 80 йыллыҡ ғибәҙәттәрҙән дә өҫтөн: «Ысынлап та, Беҙ уны (Ҡөрьәнде) Ҡәҙер кисендә индерҙек. Ҡәҙер кисенең нимә икәнен һиңә нимә белдерер? Ҡәҙер кисе мең айҙан да хәйерлерәк. Ул төндө Раббыларының рөхсәтенән төрлө эштәр өсөн күктән фәрештәләр һәм Рух төшә. Ул – таң атҡанға тиклем тыныслыҡ», - тиелгән Ҡөрьәндә («Ҡәҙер» сүрәһе, 97: 1 – 5 аяттар).
Ҡәҙер төнө Рамаҙан айының һуңғы ун төндәренең береһенә тура килә. «Был төндә ерҙәге фәрештәләрҙең һаны ваҡ ҡом-таштар һанына ҡарағанда ла күберәк буласаҡ», - тигән Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм. Был төндә киләһе йылда нимәләр буласағы һәр кешенең бер йыллыҡ бәхете, ризығы, ғүмере тәҡдир ҡылына. Был төндә йөрәгең менән дә, телең менән дә тәүбәгә килергә, изге доғала булырға, Аллаһы Тәғәләнән бәрәкәт, мәрхәмәт, тәүфиҡ, иман байлығы һорарға кәрәк. Аллаһы Тәғәлә: «Һонолған ҡулдарға бирмәй ҡалдырмам», – тип әйткән, шуға ла теләгәнегеҙҙе һорағыҙ, ялбарығыҙ. Сәхәбәләр Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләмдән һораған: «Ҡәҙер кисендә ниндәй доға иң яҡшыһы?» — тиеп. Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм яуап бирҙе: «Аллаһүммә иннәкә ғәфү-үн, түхиббүлғәфүә, фәғфү ғәннии». Йәғни: «Йә Аллаһ! Дөрөҫлөктә Һин ғәфү итеүсе, ғәфү итергә яратаһың, ғәфү ит мине».
Рамаҙан айының ошо һуңғы ун төнө ихлас ғибәҙәттәрҙә, Аллаһҡа яҡынайыуҙа үтһен. Раббыбыҙ беҙгә ошо бөйөк изге төндө тап итергә, уның бәрәкәтенә һәм сауаптарына ирешергә насип итһен, Әмин!
Сығанаҡ: Башҡортостан дини календарынан.