Бөтә яңылыҡтар
ИМАН
2 Март , 15:26

Өфө ауыл мәҙәниәт йортонда ифтар мәжлесе

-

Өфө ауыл мәҙәниәт йортонда ифтар мәжлесе
Өфө ауыл мәҙәниәт йортонда ифтар мәжлесе

"Ауылыбыҙ мәҙәниәт йортонда клуб һәм китапхана хеҙмәткәрҙәре тарафынан ойошторолған ифтар мәжлесе үтте. Изге Рамаҙан айында ойошторолған был сара дуҫлыҡ һәм берҙәмлек тантанаһына әүерелде.

 

Быйылғы Рәсәйҙә Халыҡтар берҙәмлеге йылын раҫлап, табыныбыҙға урыҫ милләтле ауылдаштарыбыҙ ҙа саҡырылды. Төрлө милләт вәкилдәренең бер табын артында һыйланыуы, бер-береһенә изге теләктәр еткереүе — беҙҙең күп милләтле халҡыбыҙҙың ҡаҡшамаҫ дуҫлығын тағы бер тапҡыр иҫбатланы.

 

Мәжлес барышында Өфө ауылының имамы  Ханнан ағай Мөхәмәтйәров ( ул үҙелә ошо клубта киномеханик булып эшләп, хаҡлы ялға сыға) ошо клубта төрлө дәүерҙәрҙә эшләп, баҡыйлыҡҡа күскән элекке мәҙәниәт һәм китапхана хеҙмәткәрҙәренә бағышлап аяттар уҡыны. Беҙ уларҙың ауылыбыҙ рухиәтен үҫтереүгә һалған хеҙмәттәрен һәр ваҡыт хәтерләйбеҙ һәм хөрмәт итәбеҙ. Урындары ожмахта булһын.

 

Берҙәмлектә — көс! Был изге айҙа кылған доғаларыбыҙ, тотҡан ураҙаларыбыҙ ҡабул булһын. Хөрмәт итеп килгән бар ҡунаҡтарға һәмдә ойоштороусыларға ҙур рәхмәт, табындарыбыҙ һәр ваҡыт шулай бай, дуҫлыҡ ептәребеҙ ныҡ булһын!", - тип хәбәр итә Өфө ауыл клубы мөдире Зилә Ҡоҙашева

Автор:
Читайте нас