Бөтә яңылыҡтар
ИМАН
25 Февраль , 10:28

КӨНСӨЛЛӨК ХАҠЫНДА

Кешене бәхетһеҙ итә торған сифаттарҙың береһе – көнсөллөк. Был сифат арҡаһында кеше үҙенә һәм башҡаларға зыян килтерә

Кешене бәхетһеҙ итә торған сифаттарҙың береһе – көнсөллөк. Был сифат арҡаһында кеше үҙенә һәм башҡаларға зыян килтерә. Белгәнебеҙсә, донъяла беренсе гонаһ шул сифат арҡаһында эшләнә. Әҙәмдең (ғәләйһис-сәләм) улы Ҡабил көнләшеп, үҙенең бер туған ҡәрҙәше Һабилды үлтерә.

 

Пәйғәмбәребеҙ (ﷺ) әйткән:

 

“Ағас утта янып көлгә әйләнгән кеүек, изге ғәмәлдәр ҙә көнсөллөк арҡаһында юҡҡа сыға”.

 

Йөҙ йыл йәшәгән бер аҡыл эйәһенән: “Оҙаҡ йәшәүҙең сере нимәлә?” – тип һорағандар. “Көнсөллөктән йыраҡ булып, Аллаһҡа шөкөр итеп йәшәүҙә”, – тип яуап ҡайтарған.

 

Икенсе хәҙистә былай тип әйтелгән:

 

“Бер-берегеҙҙән көнләшмәгеҙ, бер-берегеҙҙе алдамағыҙ, бер-берегеҙгә нәфрәтләнмәгеҙ, артығыҙ менән боролмағыҙ, ҡәрҙәштәр булығыҙ. Дөрөҫлөктә, мосолман – икенсе мосолманға ҡәрҙәш. Ул уны рәнйетергә, ярҙамһыҙ ҡалдырырға, ялғанда ғәйепләргә тейеш түгел. Уның намыҫына, малына һәм тормошона ҡул һуҙыу харам. Тәҡүәлек бына бында!” Ошо һүҙҙәрҙе әйткәндән һуң Аллаһ рәсүле (ﷺ) өс тапҡыр йөрәгенә төртөп күрһәткән дә: “Әгәр берәү мосолман ҡәрҙәшен кәмһетһә, рәнйетһә, уға был ғәмәл етерлек зарар булыр”, – тигән.

 

Динебеҙҙә рөхсәт ителгән көнсөллөк бар, уны башҡаса аҡ көнсөллөк тип әйтәләр. Бындай көнсөллөк кешене изгелеккә этәрә, рухи яҡтан үҫтерә, камиллаштыра. Был хаҡта Пәйғәмбәребеҙ (ﷺ) шулай тигән:

 

“Ике төрлө кешенән генә көнләшергә ярай: беренсеһе – Аллаһ Тәғәлә уға Ҡөрьән байлығын биргән һәм шуның менән көн-төн мәшғүл булған кеше, икенсеһе – Аллаһ Тәғәлә уға күп ниғмәттәр биргән һәм шул байлығын изге юлда сарыф иткән кеше”.

Сығанаҡ: ВАҠЫТ!

Автор:
Читайте нас