Бөтә яңылыҡтар
ИМАН
22 Февраль , 22:38

"Көнләшеүсенең яман ғәмәленән Аллаһҡа һыйынам"

Таң менән ниндәй һүҙҙәр әйткән ҡатынға Аллаһ Тәғәлә бәхет бүләк иткән? 

Бигүк еңел булмаған шарттарҙа йәшәгән ҡатын һәр таңды шөкөр итеүҙән башлай, ти:

– Бәхетлемен, Хоҙайым! Барыһына шөкөр итәм. Ҡайһы ваҡыт боларып алһа ла, ирем бар, бәләкәй, әммә уңайлы өйҙә йәшәйбеҙ. Эш булмаһа ла, үҙ шөғөлөм­дән аҡса килеп тора. Балаларым һау-сәләмәт: йүгерә лә һикерә...

Аллаһ Тәғәлә барыһын да ишеткән һәм уға:

– Бәхеттең нимә икәнен белмәйһең икән, – тигән. – Мә, уны ысынлап той!

Шөкөр итеп йәшәргә өйрәнәйек, шул сағында Аллаһ Тәғәләнең сауабы насип булыр, иншаллаһ. Ураҙаларыбыҙ ҡабул ҡылынһын.

"Таң" ("Әл-Фәләҡ") сүрәһен тәҡдим итәбеҙ:

Бисми-лләһи-ррәхмани-ррәхим!

1. Ҡуль әғүүҙү бираббил-фәләҡ.

2.Миң шәрри мәә халәҡ

3.Үә миң шәрри ғаасиҡин иҙәә үәҡаб

4.Үә миң шәррин-нәффәәҫәәти фил-ғүкәд

5. Үә миң шәрри хәәсидин иҙәә хәсәд

Мәғәнәһе:

Бисми-лләһи-ррәхмани-ррәхим!

  1. Әйт: «Таң Раббыһы Аллаһыға һыйынамын,
  2. яралтылған нәмәләрҙең яуызлығынан,
  3. һәм донъяны ҡараңғы ҡаплап алған ваҡыт яуызлығынан,
  4. һәм төйөндәргә өрөүселәрҙең яуызлығынан,
  5. һәм көнләшеүсе кешенең көнләшеп ғәмәл ҡылыуынан Аллаһыға һыйынам».

 

Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: max.ru/gazetabash...

Автор: Дилбәр Ишморатова
Автор:
Читайте нас