Финик
“Ерҙә бер-береһенә тоташып ятҡан, бер үк һыу менән һуғарылған виноград яландары, баҫыуҙар, пвльма урмандары бар. Улар араһынан бер емешкә айырым үҙенсәлек, тәм бирҙек” (“Әр-Раад” сүрәһенән). Аллаһ емеше финик хаҡында әйтелгән. Финик мейе эшмәкәрлеге сөн айырыуса файҙалы. Иммунитетты, һөйәкте, тештәрҙе, күҙ мускулдарын нығыта, организмдың күҙәнәктәрен яңырта.
Йөҙөм
“... Һеҙҙең өсөн финик пальмалары һәм виноград үҫтерҙек, уларҙың һутлы емешен ҡыуанып ашарһығыҙ” (“ӘлүМөьминун” сүрәһенән). Виноград ауыр физик һәм аҡыл көсөргәнешен кисергәндә айырыуса файҙалы. Яман шеш барлыҡҡа килеү хәүефен кәметә.
Инжир
“Инжир һәм зәйтүн ағасы менән ант итәм” (“Әт-тин” сүрәһенән)
Был емеш аҡыл һәм физик эш менән йыш шөғөлләнгән кешегә тиҙ арала яңы ҡеүәт өҫтәй. Мускулдарға, нервы системаһына ыңғай йоғонто яһай. Ул минералдарға ифрат бай. Емеште даими ҡулланған кеше бер ваҡытта ла йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарына зарланмаҫ
Банан
“Банан пальмалары ботаҡтары рәткә теҙелгән һутлы емештәрҙән бөгөлә...” (“Әл-Вәкиә” сүрәһенән). Банан тән температураһы күтәрелгәндә, ашҡаҙан эшмәкәрлеге боҙолғанда ярҙам итә. Шулай уҡ ҡан баҫымын төшөрөү, аллергиянан арыныу өсөн ҡулланыла. Емештә В6 витамины күп.
Сығанаҡ: «Башҡортостан ҡыҙы» журналынан.
https://vk.com/wall-37933420_84107