Бөтә яңылыҡтар
ИМАН
17 Февраль , 19:32

Башҡортостанда Рамаҙан айында ураҙа тотоу ваҡыты һәм саҙаҡа күләме билдәләнде

18 февралдә, ҡояш байығас, изге Рамаҙан айы башлана.

Башҡортостанда Рамаҙан айында ураҙа тотоу ваҡыты һәм саҙаҡа күләме билдәләнде
Башҡортостанда Рамаҙан айында ураҙа тотоу ваҡыты һәм саҙаҡа күләме билдәләнде

Башҡортостанда Рамаҙан айында саҙаҡа (нисәб, фытыр һәм зәҡәт) күләме билдәләнде.

Республика мосолмандарының Диниә назараты мәғлүмәте буйынса, 18 февралдә, ҡояш байығас, изге Рамаҙан айы башлана. Ураҙаның беренсе көнө — 19 февраль, ураҙаның һуңғы көнө – 19 март, Ураҙа байрамы – 20 март.

Фытыр саҙаҡаһының нисәбе быйыл 120 мең һум тәшкил итә. Был, әгәр мосолмандың мөлкәте ошо сумманан күберәк булһа, ул фытыр түләргә тейеш тигәнде аңлата. Хәйер мохтаждарға ғына бирелә.

Фытыр саҙаҡаһының минималь күләме – 200 һум. Ә зәҡәт түләй алырлыҡ мөмкинлеге булғандарға – 1 200 һум.

Йәшенә, һаулығына бәйле ураҙа тота алмағандарға фидиә (аҡсалата компенсация) түләргә кәрәк. Ул ҡалдырылған һәр көн өсөн 400 һум тип билдәләнгән.

Хәбәр иткәнебеҙсә, Ураҙа байрамы уңайынан 20 март ял көнө булып тора.

https://www.bashinform.ru/news/social/2026-02-17/dum-bashkirii-ob-yavil-sroki-posta-i-razmery-pozhertvovaniy-na-ramadan-4581982

Автор: Гөлфиә Акулова
Автор:
Читайте нас