18 февралдә ҡояш байығас, иншаллаһ, изге Рамаҙан айын ҡаршылайбыҙ. Ураҙа алдынан Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты быйылғы фытыр, фидиә, зәҡәт күләмен билдәләне.
* 2026 йылда зәҡәт түләү өсөн нисәб – 940 000 һум (алтын буйынса).
* Фытыр саҙаҡаһының минималь күләме – 200 һум. Ә зәҡәт түләй алырлыҡ мөмкинлеге булғандарға – 1 200 һум.
* Фидиә (һаулыҡҡа бәйле ураҙа тота алмағандар, был ғәмәлде башҡа ваҡытта үтәү мөмкинлеге булмағандар ошо саҙаҡаны түләй ала) күләме – ҡалдырылған һәр көн өсөн 400 һум.
* Ураҙаның тәүге көнө – 19 февраль.
* Тәүге тәрәүих намаҙы 18 февралдә йәстүҙән һуң уҡыла. Ул Башҡортостан мәсеттәрендә 20 рәҡәғәттән тора.
* Рамаҙан айы 29 көн дауам итә.
* Ураҙаның һуңғы көнө – 19 март
* 20 март – Ураҙа байрамы.
Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: max.ru/gazetabash...
А. Нурмөхәмәтов фотоһы.