Әбүбәкер ауылы халҡы ла был изге эштән ситтә ҡалманы, сауап алырға тырышҡан һәр кем үҙ өлөшөн индерергә тырыша. Ауылдың ир-егеттәре мәсет территорияһын ҡарҙан таҙалап, тәртипкә килтерһә, ҡатын-ҡыҙҙар иһә уны эске яҡтан матурланы. «Әбүбәкер ауылында берҙәм, татыу халыҡ йәшәй. Ниндәй генә өмәләр иғлан итһәк тә берәү ҙә ситтә ҡалмай, барыһы ла күмәк көс менән башҡарыла. Бына Рамаҙан айы алдынан «Ихлас» мәсетен тәртипкә килтерҙек. Аҡъяр ауылынан шәхси эшҡыуар Денис Юлдашбаев мәсеттең ҙур балаҫын йыуып ҡыуандырһа, Раян Байрамғолов атлы егетебеҙ аҡса күсереп шатландырҙы. Ғөмүмән, ҡул көсө менән дә, аҡса яғынан да ярҙам итеүселәр күп. Етеп килгән Рамаҙан айы мөбәрәк булһын, барыһына ла Аллаһы Тәғәләнең киң рәхмәте яуһын, ураҙаларыбыҙҙы тулыһынса еңеллек менән тотоп, һаулыҡ, именлек насип булһын», - тигән йылы теләктәрен еткерҙе Әбүбәкер ауылы старостаһы Рамаҙан Насибулла улы.
Мөбәрәк Рамаҙан айына ихластан әҙерләнеп, матурланып инеү яҡшы күренеш. Изге ғәмәлдәр күберәк ҡылығыҙ, көн һайын матур эштәр башҡарығыҙ.