Райондың имам-мөхтәсибе Муса хәҙрәт Мәхмүтов бәйгеселәрҙе жюри ағзалары менән таныштырып, изге теләктәрен еткергәндән һуң, Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең (ғәләй-һис-сәләм) тормош юлы буйынса викторина үткәрелде.
Төрлө йәштәге балалар сүрәләрҙе яттан һөйләп маһирлыҡтарын күрһәттеләр, Ҡөрьәнде дөрөҫ итеп уҡыу (тәжүид), ғәрәп хәрефтәрен дөрөҫ әйтеүҙә (махрадж) белемдәрен һынаны.
Мәртәбәле конкурстың еңеүселәренә дипломдар, сертификаттар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Изге бәйгелә ҡатнашыусыларға ныҡлы иманлы, тәүфиҡле һәм аҡыллы булып үҫеүҙәрен теләйбеҙ. Сараны ойоштороусыларға Аллаһтың рәхмәттәре яуһын.
Ислам динен күтәргән, йылы тойғолар бүләк иткән бәйге йыл да үткәрелеп, матур йолаға әүерелһен.