Бөтә яңылыҡтар
ИМАН
4 Ғинуар , 00:05

ӘЖЕРЕ ЯҒЫНАН НИНДӘЙ САҘАҠА ИҢ ҘУРЫ?

-

Пәйғәмбәргә ﷺ бер ир килә һәм:

 

— Эй Аллаһ рәсүле, ниндәй саҙаҡа әжере яғынан иң ҙуры? — тип һорай.

 

— Һау-сәләмәт, ҡомһоҙ, фәҡирлектән ҡурҡҡан һәм байлыҡҡа өмөтләнгәнеңдә биргән саҙаҡаң. Үңәсеңә (йәнең) төртөлөп: "Фәләнгә шунса, фәләнгә шунса", — тип әйтәсәгеңә хәтле һуҙма. Ул бит инде былай ҙа шул фәләндәрҙеке (буласаҡ), — ти Пәйғәмбәр ﷺ.

 

📚 әл-Бохари, Мөслим йыйынтыҡтарынан, сахих хәҙис.

 

📌 Дин ғалимдары был хәҙисте ошолайтып аңлатҡан:

 

✅ Ауырыу сәбәпле кешенең йөрәге йомшара, ул был донъяға инде өмөт итмәй, бәлки, киреһенсә, йышыраҡ үлем, Ахирәт тураһында уйлана башлай. Һәм саҙаҡа сығарыу ҙа был ваҡытта уға еңел бирелә. Ә һаранлыҡ, ҡомһоҙлоҡ, ҡарунлыҡ кеүек сифаттар иһә күп осраҡта тап сәләмәт кешелә була: алда ғүмер оҙон һымаҡ, байлыҡ тупларға ла бер ни ҡамасауламай, нәфсе таптыра, һаулыҡ шәп — күпме һыя, күберәк мал йыйып өлгөрөп ҡал ғына! Ошондай мәлдә саҙаҡа биреү — шул байлыҡты кәметеү һымаҡ, тағы ла нығыраҡ байып китеү форсатын юғалтыу һымаҡ. Фәҡирлеккә төшөп ҡуйырмын, тип ҡурҡа кеше. Шуға ла, барлыҡ әүрәткестәргә алданмай, байлыҡ көҫәгән ҡомһоҙ нәфсеһен еңеп, сәләмәт һәм дәртле сағында саҙаҡа сығарған кешенең сауабы күпкә бөйөгөрәк тә.

 

✅ Артабан Мөхәммәт пәйғәмбәр ﷺ бик күп кешеләр менән булған бәләнән иҫкәртә. Ысынлап та, күптәр саҙаҡа сығарырға уйлаһа ла, "Байығас бирермен, шуным булғас, шунан бирермен, әле үҙемә кәрәк", — тип һаман саҙаҡа биреүҙе шылдырып килә. (Һүҙ унда-бында биреп киткән тинлектәр тураһында түгел). Ә йәне боғаҙына еткәс, кеше үҙенең үлеменең бында, янда ғына икәнлеген аңлай. Инде тапҡан-йыйған малынан үҙенә бер файҙа ла булмаҫына, уны бөтөнләйгә ҡалдырып китәсәгенә төшөнә. Һәм булған байлығын: "Быныма шул, быныма был", — тип үҙенең вариҫтары араһында бүлә башлай. Әммә ул мал бит — инде былай ҙа шул вариҫтарҙың хаҡы. Шуға ла бындай мәлдә сығарған саҙаҡаның әжере лә әҙерәк.

 

📌 Хәҙис нимәгә өйрәтә?

 

1. Сәләмәт сағыңда күберәк саҙаҡа биреп ҡал.

 

2. Үлемгә алыҫ әле, тип буш өмөттәргә бирелеп, малыңды изге юлда тотоноуҙы шылдырма.

 

3. Ауырыу ваҡытта бирелгән саҙаҡа кешеләге һаранлыҡ сифатын бөтөрмәй. Һаранлыҡты сәләмәт саҡта саҙаҡа биреп өйрәнеп кенә юҡ итеп була.

 

4. Кешегә ниндәй ҙә булһа изге ғәмәлде ҡылыу ҡыйын бирелә икән һәм ул, шуға ҡарамай, үҙен еңеп, шул ғәмәлде эшләп ҡуя икән, ул ғәмәл өсөн әжере лә ҙурыраҡ.

 

5. Кешенең сәләмәт сағында биргән саҙаҡаһы үлем алдынан васыят итеп ҡалдырған малына ҡарағанда яҡшыраҡ.

 

"Мөслимә яҙмалары"

Сығанаҡ:Иман нуры

Автор:
Читайте нас