Бөтә яңылыҡтар
ИМАН
4 Ғинуар , 00:20

БӘХЕТ СЕРҘӘРЕ

-

🌸Ырыҫ-бәхет асҡыс­тары – иман һәм уның өлөштәре һаналған изге ғәмәлдәр. Шуларға өлгәшергә тырыш.

 

🌸Файҙалы ғилем ал, күберәк уҡы – тормошоң яйланыр.

 

🌸Ҡөрьәнде йышыраҡ уҡып, мәғәнәһенә төшө­нөргә тырыш.

 

🌸Башҡаларға изгелек ҡылһаң, үҙеңде бәхетле тойорһоң.

 

🌸Йөрәгеңде асыу, көнсөллөк, нәфрәт, һа­ранлыҡ кеүек насар тойғоларҙан таҙарт.

 

🌸Файҙаһыҙ эштәрҙән – ғәмәл­дәрҙәге, ара­ла­шыу­ҙағы, туҡланыу­ҙағы самаһыҙлыҡтан – һаҡлан.

 

🌸Үткәндәр тураһында күп уйлама – уларҙы барыбер ҡайтарып булмай, алдағы хаҡында йыш хыял ҡорма – киләсәгең әле етмәгән. Ғүмереңдең һәр көнөн матур, файҙалы итеп үткәрергә ынтыл.

 

🌸Яман уй-фараздарҙан, шик-шөбһәләрҙән һаҡлан.

 

🌸Ғәфү итергә, рәхимле булырға өйрән. Асыуланма. Ғүмерҙең бик ҡыҫҡа икәнен онотма.

 

🌸Кемдер һиңә яман һүҙ әйтә икән, был хаҡта күп уйланма. Гонаһы бит ул кешенең үҙенә төшә.

 

🌸Гелән яҡшы уйҙа бул, насарҙа­рынан һаҡлан.

 

🌸Һәр кемдең яҡшы яғына иғтибар ит, кәм­селектәренә күҙ йом. Камил кеше юҡ, был һинең үҙеңә лә ҡағыла.

 

🌸Ғәйбәткә ышанма. Баш­ҡаларҙың кәмсе­лек­тәрен эҙләмә, хаталанғандарын күреп көлмә. Был үҙеңә лә, уларға ла бәхет килтермәҫ.

 

🌸Аллаһ Тәғәләгә һәр ваҡыт доға ҡыл. Унан ғәфү үтен, ярҙам һора, нәфел намаҙҙар уҡы, өҫтәмә ураҙалар тот – йән-тәнең­дең яйлап таҙарына барыуын тойорһоң.
(“Ҡайғырма!” китабынан).

Сығанаҡ: Иман нуры

Автор:
Читайте нас