Көндәрҙән бер көндә Ғайса, ғәләйһис-сәләм, ярандары менән һөйләшеп ултырған ваҡытта берәү, арҡаһына он күтәреп, янынан үтеп киткән. Ғайса, ғәләйһис-сәләм:
- И ярандар! Икенде ваҡытында был ирҙең йыназаһына намаҙ ҡылырға әҙер тороғоҙ, - тине.
Икенде ваҡыты еткәс, йыназа намаҙы уҡырға әҙерләнәләр. Ғайса, ғәләйһис-сәләмгә, шул ваҡыт хәбәр килә: «Әлеге ир бер бәләнән ҡотолған», - тип.
Ул кешене янына саҡырып:
- Һин бөгөн ниндәй изге ғәмәл ҡылдың? - тине.
Ул кеше әйтте:
- Ике икмәгем бар ине, береһе, ҡуйынымда ине. Шунда бер теләнсе килде, минән аҙыҡ һораны. Икмәгемдең береһен уға бирҙем, - тине. - Кейемемде сискәйнем, бер ҡара йылан сыҡты, уның ауыҙына йоҙаҡ эленгәйне. Эргәлә генә йылға бар ине, йылан һыуға инеп юҡ булды, - тине.
Ғайса, ғәләйһис-сәләм, әйтте:
- Ул йылан түгел ине, Хаҡ Тәғәлә һине һәләк ҡылыр өсөн, Ғазраилды йылан сүрәтендә ебәргән ине, ул саҙаҡа биргәнең бәрәкәтендә йыланды һинән кире алды, - тине.
Саҙаҡа биреү үлемдән, тағы төрлө бәләнән һаҡлар.
Дини календарҙан.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!