Бөтә яңылыҡтар
ИМАН
24 Декабрь 2025, 15:30

Ниндәй ҡатын ожмахҡа эләгә?

Әгәр ире ҡатынынан риза, ҡәнәғәт икән...

Бәхетле ғаиләлә ир кеше ябай хеҙмәтсе кеүек тыйнаҡ, баҫалҡылыр, ә ҡатыны уға батшаға мөрәжәғәт иткән һымаҡ мөғәмәлә итер, тип кәңәш бирәләр аҡыл эйәләре.

Хәҙистәрҙең береһендә: “Әгәр ире ҡатынынан риза, ҡәнәғәт икән, ҡатыны мотлаҡ ожмахҡа эләгә”, тиелә (“Тирмиҙи”). Ләкин ир кеше ҡатынының эскерһеҙ ихласлығын уҫал ниәттә файҙаланырға тейеш түгел, һин мине риза итергә тейешһең тип, үтә шашырға тейеш түгел, кәләшенең ҡәҙерен белергә, ихтирам итергә тейеш. Ҡатындарҙың да шул уҡ бурыс һәм хоҡуҡтары бар, уларға яҡшы мөғәләмә итеү талап ителә, ләкин ирҙәр дәрәжәһе буйынса өҫтөнөрәк тора, тиелә Ҡөръәндә (2-се сүрә, 228 аят).

Кәңәшле эш тарҡалмай

Ир һәм ҡатын, ышаныслы, ныҡ мөнәсәбәттәр төҙөргә теләһә, ошо хәҡиҡәтте аңларға тейеш. Ғаилә ҡороусы йәштәр үҙе өсөн генә булған “МИН” төшөнсәһен артҡараҡ күсереп, “БЕҘ” тигән ғаилә мәнфәғәттәрен алға ҡуйһын ине. Кәләш йәки кейәү нимәлер эшләр, ниндәйҙер ҡарар ҡабул итер алдынан, был беҙҙең араға нисек тәьҫир итер тип уйланһын, мотлаҡ бер-берегеҙ менән кәңәш итегеҙ. Кәңәшле эш тарҡалмай. Юрған улай-былай тартҡыланһа, бер кем дә йылына алмай. Шуның өсөн ғаилә юрғанын тигеҙ итеп ябыныу зарур.

 

Сығанаҡ: https://shonkar.com/articles/zaman-za-y/2021-05-31/nind-y-atyn-ozhmah-a-el-g-2334879

Автор:
Читайте нас