Бөтә яңылыҡтар
ИМАН
20 Ноябрь 2025, 14:53

Донъя мосолмандары Өфөлә кәңәшләшә

Бөгөн республикабыҙ баш ҡалаһында Рәсәйҙең Үҙәк диниә назаратының сираттағы киңәйтелгән съезы һәм “Ислам идеалдары һәм ҡиммәттәре: бер өммәт – уртаҡ  яҙмыш” тигән XVI Халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция эшен башланы.

Донъя мосолмандары Өфөлә кәңәшләшә
Донъя мосолмандары Өфөлә кәңәшләшә

Бөгөн республикабыҙ баш ҡалаһында Рәсәйҙең Үҙәк диниә назаратының сираттағы киңәйтелгән съезы һәм “Ислам идеалдары һәм ҡиммәттәре: бер өммәт– уртаҡ  яҙмыш” тигән XVI Халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция эшен башланы.

Сара Рәсәй Үҙәк диниә назараты рәйесе  шәйхелислам Тәлғәт Сафа Тажетдиндың Дингә һәм Ватанға хеҙмәт итеүенең 45 йыллығына арналды. Конференция уның тәбрикләү һүҙҙәре менән башланып китте.

Сығышынан һуң Тәлғәт Тажетдин Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировты тыныслыҡты һәм халыҡтар араһындағы татыулыҡты нығытҡан өсөн Рәсәйҙең Үҙәк диниә назаратының “Дин һәм Намыҫ” ордены менән наградланы, ә Радий Фәрит улы уға Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһын тапшырҙы.

Сараны тантаналы асыу барышында шулай уҡ Өфө һәм Башҡортостан митрополиты Никон, Байхрейндан, Мысырҙан, Төркиәнән һәм башҡа илдәрҙән килгән ҡунаҡтар ҙа сығыш яһаны.

“Тап ошонда, Өфөлә, ике быуат элек Рәсәйҙең рәсми тарихи ислам үҙәге асылған, – тине үҙенең тәбрикләү сығышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. – Замандар ҙа, исемдәр ҙә үҙгәрә барған, әммә мосолмандарҙың Өфөләге Үҙәк диниә назараты диндең ныҡлы нигеҙе булыуын, әхлаҡи таяныстарҙы һаҡлауын һәм Рәсәй дәүләтенә тоғро булыуын һаҡлап килгән.  Бөтә был күп быуатлыҡ күсәгилешлектә  бер шәхескә – аҡыл, ныҡлылыҡ һәм тоғро хеҙмәт итеү символы булған ихтирамлы Юғары мөфтөй шәйхелислам Тәлғәт хәҙрәт Тажетдинға – айырым роль тура килә. Уның өммәтте туплауға, илһөйәрлек тәрбиәләүгә, Рәсәй дәүләтселеген һәм илдәге йәмәғәт килешеүен нығытыуға индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Махсус хәрби операция зонаһында донъя мәкерлегенә ҡаршы торған беҙҙең яугирҙәр ҙә Юғары мөфтөйҙөң рухи ярҙамын тоя”.

Тантаналы ултырыштан һуң ҡунаҡтар “Ислам идеалдары һәм ҡиммәттәре: бер өммәт – уртаҡ  яҙмыш” исемле пленар ултырышта ҡатнашты, ә төшкө намаҙҙан һуң БДБ илдәренән килгәндәр Евразия киңлегендә үҙ-ара хеҙмәттәшлекте нығытыу мәсьәләләре буйынса ултырышта ҡатнашты, ә кискә табан съезда ҡатнашыусылар секцияларға бүленеп эшләне.

Автор фотоһы.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Автор:
Читайте нас