Ағалы-ҡустылы икәү йәшәгән. Өлкәне, өйләнеп, балалар үҫтерә, ә кесеһе әле яңғыҙ, ти.
Ата-әсәләре баҡыйлыҡҡа күскәс, туғандар бер-береһенән һис ҡасан айырылышмаҫҡа һүҙ ҡуйышҡан. Өлкәненең йорт биләмәһе эргәһендә кесеһенә бергәләп өй төҙөгәндәр. Араларын иген һаҡлау өсөн ҡаҙылған соҡорҙар ғына айырып тора, ти. Уңдағы – ағай кешенеке, һулдағыһы – ҡустыһыныҡы.
Һәр кис йәстү намаҙынан һуң өлкәне әлеге соҡорҙар янына килә лә, үҙенекенән күпмелер иген алып, ҡустыһыныҡа һала, ти. «Аллаһы Тәғәлә миңә яҡшы ҡатын, иманлы балалар биргән. Ә ҡустымдың әлегә бер кеме лә юҡ. Үҙенә иген булһа ла күберәк тейһен. Раббыбыҙ күршегә ярҙам итергә өндәгән, әгәр ҙә инде ул туғаның да икән, яуаплылыҡ тағы ла арта», - тип үҙ ғәмәленә баһа биргән ағай кеше.
Ә ҡустыһы, киреһенсә, иртәнге намаҙ һайын йәшерен рәүештә ағаһының иген соҡорон тултыра бара икән: «Яңғыҙ кешегә күп кәрәкмәй. Ә ағайым ғаиләле, балалар үҫтерә. Тимәк, игенгә ҙурыраҡ мохтажлыҡ кисерә. Раббыбыҙ күршегә ярҙам итергә өндәгән, әгәр ҙә инде ул туғаның да икән, яуаплылыҡ тағы ла арта...».
Туғанлыҡ ептәрен нығытыу — ул пәйғәмбәребеҙ сөннәтен үтәү, Аллаһ Тәғәлә менән араларыбыҙҙы яҡынайтыу, йәннәткә юл һалыу. Туғанлыҡты һаҡлаусының Раббыбыҙ рухи дәрәжәләрен күтәрә, уны Үҙе һаҡлай, уға ярҙам итә.
Республика матбуғатынан.