Быҙаулыҡ ауылында хаҡ мосолман рухын, иман нурын сағылдырған «Уйылдан» мәсете асылды. Мөһабәт иман йорто әллә ҡайҙан үҙенә саҡырып тора, ул матур ҡойма менән уратып алынған. Заман зауығына тап килтереп, төҙөкләндереү эштәре эстән дә, тыштан да еренә еткереп башҡарылған. Бина алдындағы сәскәләр нур өҫтөнә нур өҫтәп күҙҙең яуын алып ултыралар.
Иман йортон тантаналы асыу сараһына саҡырылған ҡунаҡтар, ауылдаштар, дин әһелдәре, мосолман ҡәрҙәштәр һәм төрлө тарафтарҙан ҡайтҡан яҡташтар йыйылды.
Мәсет асыу тантанаһы барыһын да берләштереүсе матур байрамға әүерелде. Хәҙер йома намаҙҙары, дини байрамдар, исем ҡуштырыу, никах уҡыу изге йортта башҡарыласаҡ. Мәртәбәле ҡунаҡтар яңы асылған иман йортона изге теләктәр юллағандан һуң, ал таҫма киҫелде һәм бөтәһе лә яҡты мәсеткә доға ҡылырға, мәсет намаҙы уҡырға үтте.
Тулы материалды "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзите биттендә уҡығыҙ.