

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Баймаҡ районына эш сәфәрендә яңы йәмиғ мәсете һәм сиркәү төҙөлөшөнә тәүге ташты һалды. Ике объектты ла муниципалитеттың 100 йыллығына төҙөп бөтөрөргә тейештәр.
Мәсет Баймаҡтағы Шоссе урамында һалынасаҡ. “Нәсихәт” доға ҡылыу йортонда урын етешмәгәнлектән, ғибәҙәт ҡылыу асыҡ һауала үткәрелгән. Яңы ҡоролма проекты күп халыҡ килеүенә иҫәпләнгән, шулай уҡ бында ҡунаҡхана һәм кафе буласаҡ. Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе Айнур Бирғәлин республика етәкселегенең төбәктә мосолман үҙәктәре ойоштороуҙағы ярҙамы мөһимлеген баһаланы.
– Радий Фәрит улы, һеҙгә мәсеттәребеҙҙе төҙөүҙәге, республикабыҙҙың рухилығын күтәреүҙәге ярҙамығыҙ өсөн ҙур рәхмәт белдерәбеҙ. Хоҙай Тәғәлә ошо юлда һеҙҙе нығытһын һәм бөтә юлдарҙы асһын, – тине Айнур Бирғәлин.
Радий Хәбиров бина проекты менән танышты һәм коллектив доға ҡылыуҙа ҡатнашты.
Башҡортостан Башлығы шулай уҡ Горький урамындағы яңы православие ғибәҙәтханаһы төҙөлөшөнә старт бирҙе. Республика етәксеһе урындағы халыҡ менән аралашты һәм уларҙы райондың 95 йыллығы менән ҡотланы, йәмәғәтселек ҡала киңлектәрен төҙөкләндереү буйынса уларҙың теләктәре тураһында фекер алышты.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.