Раббыбыҙҙың берлегенә саҡырғанда Нух ғәләйһис-сәләм: “Аллаһ Тәғәләгә иман килтерегеҙ, гонаһтарығыҙҙы ярлыҡаһын өсөн Уға тәүбә ҡылығыҙ, – тиер булған. – Шул ваҡытта Хаҡ Тәғәлә күктән ямғыр ебәрер, һеҙҙе бала, баҡса, мал менән байытыр”.
Аллаһ Тәғәлә бөтөн тереклекте һыуҙан яралтҡан, ерҙе шифалы ямғырҙарын ебәреп терелткән. “Беҙ һеҙгә һыуҙы күктән индерҙек, – тиелгән “Ҡөрьән Кәрим”дә. – Бер өлөшөн ерҙә һаҡлап ҡалдыҡ. Ямғырҙы туҡтатырға ла көсөбөҙҙән килә”.
Мәғлүм ки, иң кәрәкле ваҡытта яуым-төшөм булмау сәбәпле, ҡайһы бер йылдарҙың ҡоро килгәне бар. Ошондай мәлдәрҙә пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм ямғыр теләү намаҙы уҡырға ҡушҡан. Был ғибәҙәткә әҙәм балалары түбәнселек менән барырға, балаларын да алырға тейеш. Бергәләп намаҙ уҡыла, ямғыр һорала. Аллаһ Тәғәләгә теләген еткергән әҙәм балаларының күңелендә насар хис-тойғо, үпкә булмаҫҡа тейеш.
Пәйғәмбәребеҙ яуын мәлендә: “Эй, Раббым, был ямғырҙы хәйерлегә, шифаға, бәрәкәткә генә бир”, – тип айырым доға ҡылыр булған. Шул уҡ ваҡытта, әлбиттә ки, һәр нәмәнең самаһы булырға тейеш. Ямғыр үҙ миҡдарында яуһа ғына ергә шифа, бәрәкәт килә. Ғөмүмән, һыуҙың көсөн аңлап бөтөү мөмкин дә түгел. Мәҫәлән, ул үҙенә бөтөн мәғлүмәтте ҡабул итә. “Бисмилләһ” әйтелһә, яҡшы уй-ниәт менән ҡулланылһа, шифалыға әүерелә. Насар, ауыр мөхиттә иһә ярһып китеп, ташып, әллә күпме һәләкәткә килтереүе ихтимал.
Ямғыр мәлендә уҡыла торған доға:
اللَّهُمَّ إِنِّی أَسْأَلُكَ خَيْرَهَا وَ خَيْرَ مَا فِيهَا وَ خَيْرَ مَا أُرْسِلَتْ بِهِ وَ أَعُوذُ بِكَ مِنْ شَرَّهَا وَ شَرِّ مَا فِيهَا وَ شَرِّ مَا أُرسِلَتْ بِهِ
"Әллаһүммә иннии әс'әлүкә хайраһәә үә хайра мәә фииһәә үә хайра мәә үрсиләт биһи үә әғүүҙү бикә мин шәрраһәә үә шәрри мәә фииһәә үә шәрри мәә үрсиләт биһи."
Мәғәнәһе:
"Аллаһым, мин Һинән уның [ямғырҙың] хәйерлеһен һорайым. Ямғырҙа тик яҡшылыҡ һәм файҙа булһын ине. Һәм мин Үҙеңә уның насарлығынан һыйынам. Ямғыр килтергән бәләләрҙән, афәттәрҙән".