ИМАН
8 Апрель 2025, 17:33

Ҡул эштәре – зауыҡлы ижад

Бөгөн Аҡъяр ауылының Балалар ижады йортонда "Оҫталар ҡалаһы" биҙәү-ҡулланма һәм техник ижад буйынса муниципаль ғилми-ғәмәли конференция үтте

Ҡул эштәре – зауыҡлы ижадҠул эштәре – зауыҡлы ижад
Ҡул эштәре – зауыҡлы ижад
Конкурс традицион рәүештә уҙғарыла һәм балалар араһында популярлыҡ менән файҙалана. Йыл һайын "Оҫталар ҡалаһы" "Башҡорт баҡыры" предприятиеһы менән берлектә үткәрелә. Быйыл конференцияла Яңы Ергән, Подольск, Һамар, Бүребай, Аҡъяр ауылдары мәктәптәре һәм Балалар ижады йорто уҡыусылары ҡатнашты.
Жюри составында Өҫтәмә белем биреү педагогы Римма Ишкилдина, «Башҡорт баҡыры» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең уҡыу үҙәге белгесе Камилла Ҡоломбәтова, Балалар ижады йорто методисы Әнисә Балдыбаева булды.

Жюри хөкөмөнә ҡағыҙ-пластик, ҡатырға һәм башҡа материалдарҙан яһалған эштәр, бәйләү, туҡымаға, быялаға һәм ағасҡа биҙәк төшөрөү, сәйлән үреү тәҡдим ителде.
Быйыл балаларҙың Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 80 йыллыҡ юбилейына һәм райондың 95 йыллыҡ юбилейына ҙур иғтибар бүлеүе ҡыуаныслы. Улар һәйкәлдәрҙең һәм ҡоралдарҙың макеттарын эшләй.

Ҡатнашыусылар үҙҙәренең эштәрен күрһәтеп кенә ҡалмай, ә улар менән таныштырып сығыш яһай, үҙ фекерҙәрен асыҡ һәм аныҡ итеп әйтергә, һорауҙарға яуап бирергә өйрәнә.
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас