Бөтә яңылыҡтар
10
ИМАН
29 Март , 05:20

Яугирҙар МХО биләмәһендә нисек ураҙа тота?

Бының тураһында яҡташыбыҙ, Урал аръяғы имам-ахуны Хәмзә хәҙрәт Хафизов һөйләне.

Яугирҙар МХО биләмәһендә нисек ураҙа тота?
Яугирҙар МХО биләмәһендә нисек ураҙа тота?

30 мартта бөтә донъя мосолмандары көтөп алған изге Рамаҙан айы ла аҙағына яҡынлаша. Бөгөн алғы һыҙыҡта илебеҙ һағында торған яугирҙар ҙа ураҙанан ситтә ҡалмай. Изге ғәмәл көрәшселәргә нисек ярҙам итә һәм уның рухи әһәмиәте нимәлә, ошо хаҡта «Башинформ» агентлығына МХО-ла ҡатнашҡан Башҡортостан һалдаттарының рухи остазы, Урал аръяғы имам-ахуны Хәмзә хәҙрәт Хафизов һөйләне.

— Алғы һыҙыҡта бөгөн ураҙа тотҡан мосолмандар күпме?

— Бөгөн МХО зонаһында булған бөтә мосолмандар ҙа ураҙа тоторға тырыша. Улар араһында бигерәк тә беҙҙең республика егеттәре күп. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, унда хәләл ризыҡ күп түгел, әммә ураҙа тотоусылар уны үҙҙәренә ҡалдырып әҙерләп ҡуя. Улар кистән аш-һыу әҙерләй, беҙҙең кеүек үк сәхәр, ифтар ашай. Ураҙа – Ислам диненең биш терәгенең береһе һәм бөтә мосолмандар өсөн фарыз. Рамаҙан айында ураҙа тотоу – һаулыҡты нығытыуға мөһим аҙым. Сөнки ураҙа ваҡытында кеше организмы йыл дауамында йыйылған бөтә артыҡ ҡалдыҡтан ҡотола.

— Яуҙа йөрөгән мосолмандар, алыҫ юлда йөрөгән мосафир кеүек үк, ураҙаны кисектереп торорға мөмкинме?

— Мөхәммәт пәйғәмбәр (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) заманында мосолмандарға йыш ҡына үҙ иманын яҡлап һуғышырға тура килгән. Ул саҡта улар ураҙа тотмаған. Әммә был яугирҙарҙы ураҙанан азат итеү тигәнде аңлатмай. Һалдаттарға өйҙәренә ҡайтҡас, ҡалдырылған ураҙаны тотоп бөтөргә кәрәк буласаҡ. Әммә, әйткәнемсә, алғы һыҙыҡтағы мосолмандар ураҙаны ҡалдырмаҫҡа тырыша.

— Изге ураҙа МХО яугирҙарына нисек ярҙам итә?

— Хәрби кеше өсөн иң мөһиме — уның эске ныҡлығы, йәғни иманы. Әгәр иман көслө булһа һәм кеше Аллаһ юлында булһа, тимәк, ул һүҙендә ныҡлы торасаҡ, башҡарған эштәре лә ышаныслы буласаҡ. Изге ураҙа мосолмандарға көс бирә, имандарын нығыта. Иң мөһиме – бының өсөн бик ҙур әжер бар. Хәҙистә былай тиелә: «Ысынлап та, ожмахта «Әр-Раян» тигән ҡапҡа бар, уға бөтә ураҙа тотҡандар инеп бөтмәйенсә, ул бер ҡасан да ябылмаҫ». Йәғни, был мөһим изге ғәмәлде теүәл үтәгән барлыҡ мосолмандар ҙа йәннәткә инәсәк.

— Алғы һыҙыҡта ил һағында торған мосолман башҡа һалдаттарҙан айырыламы?

— Әйткәнемсә, мосолмандар – көслө рухлы кешеләр. «Беҙ үлемдән ҡурҡмайбыҙ», — ти миңә алғы һыҙыҡта егеттәр. Мин уларға гел аңлатам: үлемгә күнегеп булмай, әммә яуҙа һәләк булған ил һаҡсыһы шәһит буласағын һәр ваҡыт иҫтә тоторға кәрәк. Шәһит – Аллаһы Тәғәләнең иң һөйөклө ҡоло. Йәғни, изге китап, Ҡөрьән буйынса, яу яланында башын һалған яугирҙар шәһит булып әхирәткә күсәсәк һәм йәннәт менән бүләкләнәсәк. Изге Библияла ла был хаҡта әйтелә.

— МХО биләмәһендә яугирҙар Ураҙа һәм Ҡорбан байрамдарын нисек ҡаршылай?

— Был байрамдарҙың барыһын да ике йыл рәттән үткәреп киләбеҙ. Ошо көндәрҙә махсус хәрби операция зонаһына барып, һалдаттар менән Ураҙа ғәйетен ойошторорға планлаштырабыҙ. Беҙҙең яугирҙар өсөн был икеләтә шатлыҡ: беренсенән, улар беҙҙең килеүҙе түҙемһеҙлек менән көтә һәм, икенсенән, мосолмандарҙың төп байрамы яҡынлаша. Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты ситтә ҡалмай, һалдаттарға әүҙем ярҙам күрһәтә. Былтыр Юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдин ҡушыуы буйынса Ҡорбан байрамы алдынан МХО зонаһына 15 баш һарыҡ килтерелде. Республика етәкселеге исеменән Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Азат Бадранов менән бер нисә һарыҡ һатып алып ҡорбан үткәрҙек. Шуны ла әйтеп китергә кәрәк: Ураҙа ғәйетен үткәреү өсөн мәсет мотлаҡ түгел. Беҙ һалдаттар менән блиндаждарҙа, урман посадкаларында йыйылабыҙ. Хәүефһеҙлек маҡсатында һалдаттарҙы әҙләп йыйырға, төрлө урындарҙа үткәрергә тырышабыҙ. Уйланмаған аҙымдар арҡаһында егеттәрҙең ғүмерен ҡыйыу икеләтә гонаһ булыр ине.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, изге Рамаҙан айы 1 февраль кисендә башланды. Бөтә ураҙа дауамында мосолмандар көндөҙгө ваҡытта ашау-эсеүҙән тыйыла, изге айҙы ғибәҙәт һәм матур ифтарҙар менән үткәрә. Ураҙа 30 мартҡа тиклем дауам итәсәк.

Автор:Инсаф Хужабирганов

Фото:Валерий Шахов

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: