ИМАН
28 Февраль 2025, 07:32

Рамаҙан айы -- ун ике айҙың солтаны

28 февраль ҡояш байығас, Рамаҙан-Шәриф айы башлана. 1 март—ураҙаның беренсе көнө. Ошо мөбәрәк изге  ай айҡанлы,  Хәйбулла районы имам-мөхтәсибе Муса хәҙрәт Мәхмүтов менән  әңгәмә ҡорҙоҡ.

Рамаҙан айы -- ун ике айҙың солтаныРамаҙан айы -- ун ике айҙың солтаны
Рамаҙан айы -- ун ике айҙың солтаны

28 февраль ҡояш байығас, Рамаҙан-Шәриф айы башлана. 1 март—ураҙаның беренсе көнө. Ошо мөбәрәк изге  ай айҡанлы,  Хәйбулла районы имам-мөхтәсибе Муса хәҙрәт Мәхмүтов менән  әңгәмә ҡорҙоҡ.

--Муса хәҙрәт, Рамаҙан айының ҡиммәте нимәлә?

--Әссәләмү ғәләйкүм үә рәхмәтуллаһи вә бәрәкәтүһ! Аллаһтың рәхмәте менән, Рамаҙан айы—мосолман донъяһында көтөп алған ҡунаҡ. Пәйғәмбәребеҙ салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм  үҙенең хәҙис-шәрифләрендә Рамаҙан айын барлыҡ айҙарҙан да хәйерлерәк ай ти. Намаҙ уҡыһаҡ, үҙенә күрә әжер-сауап алабыҙ,  мохтажға икмәк алып бирһәк, тағын бер төрлө сауабы яҙыла. Аллаһ Тәғәлә: “Рамаҙан минеке һәм мин уны үҙем бирермен”,--ти. Әгәр беҙ тулы иман менән, изгелектә ураҙаларыбыҙҙы тотһаҡ, Ғәйеткә килгәндә гонаһһыҙ сабый кеүек булырбыҙ. Рамаҙан айында барлыҡ доғалар ҡабул була, теләктәргә Аллаһы Тәғәлә яуап бирә  торған Ҡәҙер кисәһе бар.

--Арабыҙҙа күп йылдар ураҙа тотоусылар ҙа, быйыл ғына тәүәкәлләүселәр бар. Ураҙаға ниәт нисек ҡылына?

--Ниәт—иң мөһиме. Пәйғәмбәребеҙ әйтә: “Һәр бер ниәткә ҡарап сауаплы һәм гонаһлы булырға мөмкин”. Әгәр  күршеләр тота, дуҫым тота, мин дә тотайым әле тип ниәтләү—ул ябай ғына ураҙа тотоу булырға мөмкин. Ә инде “Йә Раббым, һинең ризалығың өсөн, таң беленгәндән алып ҡояш байығанға ҡәҙәр ураҙа тоторға ниәтләнем. Миңә ярҙам бир, көс-ҡеүәт, һаулығымды бир”,--тип ниәтләһәң, Аллаһ тәғәлә был ураҙаны ҡабул итә. Ниәткә бәйле тағы һорауҙар була. Мәҫәлән, сәхәргә тормайынса йоҡлап ҡалыу. Рәсүлебеҙ Мөхәммәт салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм : “Иртән тороғыҙ, иртәнге ризыҡтарығыҙҙы ашағыҙ, уның эсендә бәрәкәте бар”,-ти. Ул бик изге ваҡыт, сәхәрҙә ҡылған доғалар ҡабул була. Әгәр кеше сәхәргә тора алмаған икән, әммә кистән иртән сәхәргә торам, ураҙаға инәм, тип ниәтләгән булһа, шул эстәге ниәт менән дә ураҙаны дауам итә ала.

--Быйыл Рамаҙан айы ҡасан башланып, ҡасан тамамлана? Ҡорбан ғәйете ҡайһы көнгә тура килә?

--1 март—ураҙаның беренсе көнө.  28 февраль кис тәрәүих намаҙы уҡыла.     30 март -- Ураҙа ғәйете. Шунан етмеш көн үткәс, 6 июнь көнө Ҡорбан ғәйете була. 

--Рамаҙан айына нисек әҙерләнергә?   

--Ураҙаға алдан әҙерләнеү хәйерле. Тик уны диетаға ултырыу, ябығыу өсөн тоторға ярамай. Аллаһҡа ысынлап инанып, аҡылың менән ҡабул итеп, ниәтләп ураҙа тоторға кәрәк. Сәләмәтлек яғынан проблема булһа, уны иҫәпкә алырға кәрәк. Рухи яҡтан ниҙер босрой икән, уны ла ураҙаға тиклем хәл итеп ҡуйыу хәйерле.

--Ураҙаның ун көнлөктәре тураһында ла әйтеп үтһәгеҙ ине.

--Раббыбыҙ шулай тәҡдир ҡылған: Рамазан айын унар көнләп бүлгән. Беренсе ун көн—Аллаһ Тәғәләнең рәхмәтенә ирешеү көндәре. Ул ваҡытта ураҙа ауыр бирелә, хәл бөтөүе, баш ауыртыуы ихтимал. Икенсе ун көнлөктә Аллаһ Тәғәлә беҙҙе ғәфү итә, организм ураҙаға яраҡлаша. Өсөнсө ун көнлөк ул—уттан ҡотолоу көндәре. Беү фани донъяла йәшәйбеҙ, алда беҙҙе мәңгелек тормош көтә.

--Муса хәҙрәт,  йәмғиәттә шундай фекер  йәшәй, йәғни  ураҙаны башында, уртаһында һәм аҙағында өсәр көн тотоусылар бар. Был дөрөҫмө?

--Аллаһ Тәғәлә беҙҙе шулай яралтҡан: тәнебеҙ ураҙа тота алмаясағын белмәй, беҙ быны уйлап сығарабыҙ. Үҙебеҙгә шулай “ өс кенә көн тотам” тигән ниәт ҡуябыҙ. Әгәр кеше сәләмәтлеге яҡшы булып, 3 кенә көн ураҙа тота икән, 3 көн өсөн сауабын ала, ҡалған тотмаған көндәре өсөн гөнаһ ала.

--Хәҙер  халыҡ береһенән-береһе уҙҙырып, ифтар аштары үткәрә.  Матур ғәмәл, һүҙ ҙә юҡ. Тик уны мәсеттә уҙғарыу сауаплы түгелме?

--Собханаллаһ, матур ғәҙәттәр йәшәй хәҙер. Ураҙаның тәүге ун көнөндә, ҙурҙан ҡубып әҙерләнмәй,  туғандар менән  Ҡөрьән уҡып, өйҙә ифтар ашы уҙғарыу хуплана. Унан инде мәсеттә уҙғарырға ла була. Тағы ла шуны билдәләп үткем килә, район күләмендә ифтар үткәреү матур йолаға әүерелде. Йөҙләгән мосолмандың бер урынға йыйылып, намаҙ уҡыуы, вәғәздәр тыңлауы, ауыҙ асыуы бик күркәм ғәмәл. Унда бөгөнгө көндә отпускыға ҡайтҡан  махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ҙа саҡырыла. Бынан тыш,  район учреждение һәм ойошмалары хеҙмәткәрҙәре бергә йыйылып,  иман йортонда  ифтар ойоштороп, ҙур сауап алалар. Ошондай күркәм мәжлестәрҙә барыбыҙға ла осрашырға яҙһын.

--Ә бына ураҙа тотмаған кеше ифтарға килә аламы?

--Эйе, ундай һорау биргәндәре бар. Пәйғәмбәребеҙ салләллаһу ғәләйһи вә сәлләм  әйтә: “Кем дә кем ураҙа тотҡан кешене ашатһа, ураҙа  тотҡан сауап яҙылыр”,-- ти. Ә инде табынығыҙҙа  ураҙа тотмаған кеше бар икән, ғәҙи кешене ашатҡан өсөн сауап яҙылыр.

--Район халҡына теләктәрегеҙ?

--Рамаҙан айының килеүе һәр беребеҙ өсөн ҙур ниғмәт. Уны  таҙа күңел, ихге ниәттәр менән ҡаршылайыҡ, гонаһ-хаталарыбыҙға тәүбә итәйек. Аллаһының рәхмәте, мәрхәмәте арта торған көндәрҙе бушҡа, файҙаһығыҙға уҙҙырмайыҡ. Рамаҙан айы  беҙҙең өсөн  сафландыра һәм сәләмәтлегебеҙҙе нығыта торған ай булһын.

--Рәхмәт. Теләктәр ҡабул булһын.

Мәрйәм Иманғолова

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас