ИМАН
5 Ғинуар 2025, 12:00

Тыуған яҡҡа иҫән-һау ҡайтығыҙ!

Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан хәрбиҙәрҙең именлегенә арнап, Аҡъярҙың йәмиғ мәсетендә ҡорбан ашы ойошторолдо. Сауаптары насип булһын!

Тыуған яҡҡа иҫән-һау ҡайтығыҙ!Тыуған яҡҡа иҫән-һау ҡайтығыҙ!
Тыуған яҡҡа иҫән-һау ҡайтығыҙ!

Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙар именлегенә уларҙың туғандары һәм яҡындары ҡорбан салдырып, мәсеттә ҡорбан  ашы уҙғарҙы. Был изге эштә уларға «Тыуған тыл. Хәйбулла» төркөмө ирекмәндәре булышлыҡ күрһәтте. Сарала райондың имамдары, ялға ҡайтҡан яугир, махсус хәрби операция ветераны, Аҡъяр ауылы халҡы, район һәм ауыл биләмәләре хакимиәттәре вәкилдәре ҡатнашты.

Хәрбиҙәрҙең иҫән-имен йөрөүҙәренә, һаулығына район мосолмандары имам-мөхтәсибе Муса хәҙрәт һәм диндарҙар аят бағышланы. Илебеҙҙә тиҙерәк тыныслыҡ булһын, ир-егеттәр иҫән-һау тыуған яғына әйләнеп ҡайтһын, тип теләне улар.  

Салған ҡорбандар, изге теләктәр ҡабул булһын! Яугирҙар имен-һау тыуған яҡтарға әйләнеп ҡайтһын!

Тыуған яҡҡа иҫән-һау ҡайтығыҙ!
Тыуған яҡҡа иҫән-һау ҡайтығыҙ!
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас