ИМАН
28 Декабря 2024, 04:55

Рәжәб айындағы беренсе йома — Рәғәиб кисәһе

Исламда изге кистәрҙең береһендә үҙегеҙгә, яҡындарығыҙға изге теләктәр теләргә онотмағыҙ.    

Рәжәб айындағы беренсе йома — Рәғәиб кисәһеРәжәб айындағы беренсе йома — Рәғәиб кисәһе
Рәжәб айындағы беренсе йома — Рәғәиб кисәһе

Рәжәб — (ғәр. رجب‎) -һижри иҫәп менән йылдың етенсе айы. Рәжәб айы үҙендә Рәғәиб кисе, Миғраж кисе кеүек мосолмандар өсөн мөбәрәк һәм әһәмиәтле көндәре булыу менән бәрәкәтле. Рәжәб айындағы беренсе йома — Рәғәиб кисәһе. 26 рәжәб — Миғраж кисе.

Рәжәб айы мосолмандарҙа кесе хаж - Үмрә айы булып та һанала. Ғәрәптәр элек-электән был айҙы ураҙалартотоп, ҡорбандар салып үткәрә торған булғандар. Төрлө һуғыштарға һәм яу сабыуҙарға сик ҡуйылған. Ғөләмәләр Рәжәб айы - сәсеү айы тип һанай. Шағбан иһә шул сәскәнгә һыу һибеү, тәрбиәләү айы. Рамаҙан айы шул ғәмәлдәр өсөн рәхмәттәр алыу айы. Йәғни был өс ай үҙ-ара бик тығыҙ бәйле. Пәйғәмбәребеҙ өйрәткән: “Рәжәб – Аллаһтың үҙ айы, Шәғбан – минең айым, Рамаҙан – өммәтем айы”, – тигән. Изге айҙарҙа ғибәҙәткә күберәк торорға, насар ғәҙәттәрҙе ташлап, игелектәрҙе күберәк эшләп ҡалырға бойорған.

Тағы ла әйткән ул: “Рәжәб – бик тә оло һәм хөрмәтле ай. Уның көндәре күктәрҙең алтынсы ҡатында яҙып ҡуйылған. Әгәр кем дә булһа берәү Рәжәб айын хөрмәт итеп һәм ололап был айҙа бер көн ураҙа тотһа, алтынсы күктәге ҡапҡа әйтер: “Эй Раббым! Һинең олуғ айыңды хөрмәт итеп был бәндәң ураҙа тотто. Шуның бәрәкәтендә был бәндәңдең гонаһтарын ярлыҡа”, – тиер ти”. Рәғәиб кисендә Аллаһ үҙ ҡолдарына рәхмәтен дә күберәк бирә, бәндәләрҙең доғаларын да ҡабул итеп кенә тора, тип өйрәтә дин.

Рәжәб айындағы беренсе йома — Рәғәиб кисәһе
Рәжәб айындағы беренсе йома — Рәғәиб кисәһе
Автор:
Читайте нас