Петропавловка ауылында “Ғиниәтулла” мәсетен асыу сараһы үтте.
Иман йорто ҡалҡты
Тантаналы сарала район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов, “Башҡорт баҡыры” йәмғиәтенең генераль директоры Александр Туленков, Өфө ауыл биләмәһе башлығы Даян Кәримов, Хәйбулла мосолмандары имам-мөхтәсибе Муса хәҙрәт, мәсеттең имамы Рәис хәҙрәт, дин әһелдәре, ауыл халҡы ҡатнашты.
Рөстәм Шәрипов мәсет асылыу айҡанлы ауыл халҡын ҡотлап үтте.