Никах... Бер-береһен яратышып ҡауышҡан ике йәш йөрәктең хәтирәләргә бирелеп, ғүмере буйы ошо татлы миҙгелдәрҙе һағынып иҫләй торған ҡәҙерле иҫтәлеге ул...
23 ноябрь Сәғит ауылының 5 ҡыҙ үҫтергән, уңған, эшһөйәр ғаиләһе Шәһит һәм Луиза Мәмбәтовтарҙың уртансы ҡыҙҙары Дәнисәнең Садовый ауылы егете Йәнегет Ишкилдин менән никахтары булды.
Ауылдың ағинәйҙәре йәштәргә изге теләктәрен еткерергә, ҡотлау һүҙҙәрен әйтеп, ҡыҙ оҙатырға йыйылды. Йолаға тап килтереп ағинәйҙәрҙең ҡыҙ менән кейәүгә изге теләктәренән һуң әсәнең ҡыҙға, ҡыҙҙың әсәйгә матур теләк, һуҙҙәре әйтелде.
Ҡәҙерле йәштәр, Дәнисә һәм Йәнегет! Меңдәр араһынан һайлап алған бер-берегеҙҙе ҡәҙерләп, һөйөп-һөйөлөп йәшәгеҙ, бәхетле, ғүмерле булығыҙ!!!