Бөтә яңылыҡтар
ИМАН
3 Декабрь , 20:30

Башҡортостан Башлығы «Әр-Рәхим» мәсете төҙөлөшө тамамланыу ваҡытын хәбәр итте

    

Башҡортостан Башлығы «Әр-Рәхим» мәсете төҙөлөшө тамамланыу ваҡытын хәбәр итте
Башҡортостан Башлығы «Әр-Рәхим» мәсете төҙөлөшө тамамланыу ваҡытын хәбәр итте

Радий Хәбиров тура бәйләнеш барышында «Башҡортостан» гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡовтың «Әр-Рәхим» мәсете тураһында һорауына яуап биреп, объект төҙөлөшөнә бер нисә миллиард һум бүленәсәге хаҡында һөйләне.

- Ысынлап та, был ҡатмарлы хәл. Унда тағы ла эшләргә кәрәк. Иң мөһиме – объектты анализланыҡ, декабрҙә экспертиза һөҙөмтәләрен аласаҡбыҙ. Нигеҙе, стеналары ғәҙәти хәлдә. Ҡыйыҡты алмаштырырға кәрәк. Быйыл манаралар менән эште тамамлайбыҙ. Хәҙер фасадты көпләүҙе проектлай башлайбыҙ. Беренсе ярты йыллыҡта уны ярайһы уҡ эшләргә ниәтләйбеҙ. Тәүҙә тышҡы яҡтан тамамлайбыҙ, - тине Радий Хәбиров. - Иң мөһиме, беҙҙә финанслау бар. Һүҙ бер нисә миллиард тураһында бара. Йомғаҡлау суммаһы проект эштәренән һуң билдәле буласаҡ.

Мәсет киләһе дүрт йылда төҙөлөп бөтәсәк, тип билдәләне Радий Хәбиров. 

Фото:Олег Яровиков (Башинформ)

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: