Бөтә яңылыҡтар
ИМАН
30 Ноябрь , 10:34

Көпә-көндөҙ ут сығып, мәсетте ялмап алған...

  

Көпә-көндөҙ ут сығып, мәсетте ялмап алған...
Көпә-көндөҙ ут сығып, мәсетте ялмап алған...

Әлегә уттың нимәнән сыҡҡаны билдәһеҙ.

Кисә көндөҙ Ҡыйғы районының Яуын ауылының ағас мәсетендә ут сығып, тотош майҙанын ялмап алған. Янғын һүндереүселәр урында эшләй.

Әлегә янғын сәбәбе билдәһеҙ, алдан фаразлау буйынса, электр сымынан булыуы ихтимал. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тикшереүсеһе янғын сәбәптәрен асыҡлай.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртә!

Һыуыҡтар башланыу менән яғылған мейес, электр ҡорамалдарын ҡулланыу бермә-бер арта, шуға хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ: яғылған мейесте, тоташтырылған электр ҡорамалдарын, газды ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ, төҙөк булмаған приборҙар ҡулланмағыҙ, балаларҙың үҙҙәрен генә өйҙә ҡалдырмағыҙ.

Автор:Аклима Гизатуллина

Көпә-көндөҙ ут сығып, мәсетте ялмап алған...
Көпә-көндөҙ ут сығып, мәсетте ялмап алған...
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас: