Бөтә яңылыҡтар
ИМАН
27 Ноябрь , 16:02

Аҡъяр ауылының “Жәмиғ” мәсетендә ҡатын-ҡыҙҙар араһында дини бәйге үтте

-

Аҡъяр ауылының “Жәмиғ”  мәсетендә ҡатын-ҡыҙҙар араһында дини бәйге үтте
Аҡъяр ауылының “Жәмиғ” мәсетендә ҡатын-ҡыҙҙар араһында дини бәйге үтте

Бөгөн Аҡъяр ауылының “Жәмиғ”  мәсетендә ҡатын-ҡыҙҙар араһында  “Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм – әхлаҡтың иң бөйөк өлгөһө” район бәйгеһе үтте. Унда Аҡъяр, Татыр-Үҙәк, Степной, Йәнтеш һәм Сиҙәм ауылдары командалары ҡатнашып, Мөхәммәд пәйғәмбәрҙең тормош юлын белеү буйынса үҙ ғилемен күрһәтте, аят- сүрәләр һөйләне, викторина һорауҙарына яуап бирҙе. Һөҙөмтәлә  Сиҙәм командаһы  - 1-се, йәнтештәр икенсе һәм татыр-үҙәктәр 3-сө урын алды. Ҡатнашыусыларға иҫтәлекле бүләктәр һәм грамоталар тапшырылды.

-Бөгөнгө бәйге йылы мөхиттә үтте. Ҡатнашыусылар араһында ҡөрьәнде шул тиклем һәйбәт уҡыусылар барлығына инандыҡ. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһи үә сәлләмдең тормош юлы, холоҡ-фиғеле тураһында матур итеп һөйләнеләр. Киләсәктә был сараны төбәк-ара кимәлдә үткәрергә теләгебеҙ бар, сөнки бындай бәйгеләрҙә ҡатнашып, кешеләр үҫә, ғилемдәре арта . Бәйгенең төп маҡсаты булып районда дин юлында булған, ҡөрьән уҡыған ҡатын-ҡыҙҙарҙы бергә йыйып, бер-береһе менән таныштырыу, аралаштырыу торҙо,   - тине жюри ағзаһы Фатима Ғүмәрова.  

 

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас: