✔️Әлхәмдүлилләһ тип, Аллаһы Тәғәлә биргән ниғмәтте хәйерле юлда ҡулланығыҙ. Мәҫәлән, булғанына шөкөр итеп, йортоғоҙҙа намаҙ уҡығыҙ.
✔️Әлхәмдүлилләһ шөкөр тип, аҡсағыҙҙы ла хәйерле юлда ҡулланығыҙ.
✔️Аллаһы Тәғәлә биргәндең бәрәкәте булһын тиһәгеҙ, шөкөр итеп, саҙаҡа бирергә лә онотмағыҙ. «Эй, әҙәм балаһы, саҙаҡа бир һәм мин һинең малыңды арттырырмын», - тиелә хәҙистә . ( Бохари әйткәндән).
Һәр беребеҙгә шөкөр итеп, Аллаһы Тәғәлә рәхмәтендә, ризалығында, ике донъя бәхетендә йәшәргә насип итһен ин шәә Аллаһ.