ИМАН
27 Сентябрь 2024, 11:00

Атингән ауылында мәсет ремонтлана

Һәр кем хәлдән килгән тиклем изге эшкә  үҙ өлөшөн индерә: кемдер аҡса тапшырып, икенселәр ремонт эштәре менән   #ТрезвоеСело2024#АйыҡАуыл2024  

Атингән ауылында  мәсет ремонтланаАтингән ауылында  мәсет ремонтлана
Атингән ауылында мәсет ремонтлана

Атингәндә йәшәүселәр мәсет бинаһын ремонтлауға тотондо.

Иман йортон ремонтлау  идеяһын барлыҡ ауыл халҡы  әүҙем хуплай. Урындағы мосолмандар ойошмаһы аҡса йыйыуҙы иғлан итһә,  ауылдаштарҙың тырышлығы менән тейешле сумма йыйыла. Һәр кем хәлдән килгән тиклем изге эшкә  үҙ өлөшөн индерә: кемдер аҡса, икенселәр ремонт эштәре менән.  Ил төкөрһә, күл була тигәндәй, йыйылған аҡсаға төҙөлөш материалдары һатып алына,  ҡойманы алмаштыралар, мәсетте тышҡы яҡтан көпләйҙәр.

Антинганский СДК

 

                                                             

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас