Бөтә яңылыҡтар
ИМАН
31 Август , 12:12

Сентябрь айына намаҙ уҡыу ваҡыты

Хәйбулла районы өсөн  тәҡүим тәҡдим итәбеҙ. Был айҙа мосолмандар изге байрамды билдәләйәсәк. Йыл һайын Рабиғел әүүәл айының, 11-се көнөндә Мәүлит кисе, ә 12-се көнөндә мосолман донъяһында ҙур тантана – Мәүлит байрамы үткәрелә  

Сентябрь айына намаҙ уҡыу ваҡыты
Сентябрь айына намаҙ уҡыу ваҡыты

«Мәүлит» — ғәрәп һүҙе, тыуыу тигән һүҙ.   Был айҙа мосолмандар Мөхәммәт пәйғәмбәрҙе ҙур ихласлыҡ менән иҫкә ала. Миләди иҫәп буйынса Мөхәммәт пәйғәмбәр 571 йылда Мәккә ҡалаһында тыуған.Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм донъяға килгән көн Мәүлит исеме менән аталып мосолмандарҙың байрамына әйләнә. Аллаһы Тәғәлә Мөхәммәт ғәләйһиссәләмгә Ҡөрьән индерә, пәйғәмбәрлек бирә, ер йөҙөнә Ислам дине тарала. Аллаһы Тәғәлә Мөхәммәт пәйғәмбәргә бәндәләрҙе Ислам диненә өндәргә бойора. Шуға күрә уның тыуған көнө ҙур байрам була.

Мосолманлыҡты үҙ иткәндәр Рәсүлебеҙҙең шәфәғәтен өмөт итеп, ҙур аш мәжлестәре әҙерләп, күп халыҡты ҡунаҡ итеп, хәйер-саҙаҡалар биреп, ул күрһәткән юлды өйрәнә. Пәйғәмбәребеҙҙе маҡтап, ҙурлап шиғырҙар, мөнәжәттәр уҡыйҙар. Салауаттар әйтәләр.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: