Бөтә яңылыҡтар
ИМАН
30 Август , 21:50

Иман йортона манара ҡуйғанда төҙөүселәр ҡыҙыҡлы ваҡиғаға шаһит була

Петропавловка ауылында мәсет төҙөлөшө дауам итә. Хәҙер манаранан һәм алтын ялатылған ярым айҙан тирә-яҡҡа иман нуры балҡый.

Иман йортона манара ҡуйғанда  төҙөүселәр ҡыҙыҡлы ваҡиғаға шаһит була
Иман йортона манара ҡуйғанда төҙөүселәр ҡыҙыҡлы ваҡиғаға шаһит була

Урындағы халыҡ күптән ауылда доғалар ҡылыу өсөн урын булдырыу тураһында хыяллана. Иман йортон төҙөү башланғысын «Башҡорт баҡыры» предприятиеһы хуплаған. Хәйбулла районы хакимиәте менән тау-мәғдән предприятиеһы араһында социаль-иҡтисади хеҙмәттәшлек тураһында килешеү сиктәрендә мәсет төҙөүгә аҡса бүлергә ҡарар ителә.

Июнь уртаһында «Башҡорт баҡыры» предприятиеһы вәкилдәре һәм урындағы халыҡ буласаҡ мәсет өсөн ер участкаһын һайлай. Буласаҡ төҙөлөш урынында Хәйбулла районының имам-мөхтәсибе Муса хәҙрәт тарафынан аят уҡылғандан һуң, бында нигеҙ ҡороу буйынса эштәр башлана. Буранан стеналарҙы ҡорғанда, төҙөүселәр боронғо йола буйынса, бинаның ныҡлы һәм оҙаҡ ваҡыт кешеләргә хеҙмәт итһен өсөн беренсе рәтенә имән брустар һалған.

–Бөгөнгө көндә стеналар төҙөлгән, мәсеттең ҡыйығы әҙер. Ошо көндәрҙә төҙөлөштөң мөһим этаптарының береһе – ярым ай менән манара ҡуйылды. Был эштәрҙе башҡарғанда, төҙөүселәребеҙ ҡыҙыҡлы ваҡиғаға шаһит була: барыһы ла ярым айҙы ҡуйырға әҙер булғанда, шпилгә ҡарлуғас килә һәм ҡыйыҡта йөрөгән төҙөүселәрҙән ҡурҡмай оҙаҡ ҡына ултыра. Ололар быны яҡшы билдә тип әйтә, – тип һөйләй төҙөлөш ойошмаһы директоры Илдус Фәйзуллин.

Киләһе этап бинаның эске биҙәлеше. Яңы мәсетте эске биналарҙы таҙа биҙәү һәм традицион орнаменттар менән төҙөү планлаштырыла. Тышҡы стеналары профлист менән көпләнәсәк. Бинала электр йылытыу, һыу үткәргес һәм канализация ҡаралған. Бынан тыш, компания эргә-тирәләге территорияны төҙөкләндереүгә өҫтәмә аҡса бүлергә планлаштыра.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: