Юлбарыҫ ауылы халҡы өсөн, ысынлап та, иҫтәлекле көн, ҙур байрам. Ауылда мәсет төҙөү ниәте менән урындағы фермер Урал Таймасов башлап сыҡҡан һәм бинаны төҙөүҙә ауыл халҡы әүҙем ҡатнашҡан. Арболит блоктан һалынған бина тыштан штукатурланып, буялған. Түшәм заманса материалдар менән көпләнгән, плиткалар түшәлгән иҙән йылытыу системаһына тоташтырылған, ә уның өҫтөнә балаҫтар йәйелгән. Биләмә эсендә төрлө гөл-сәскәләр күҙҙең яуын алып ултыра. Бер һүҙ менән әйткәндә, уңайлы, күркәм иман йорто хасил булған.
Тантаналы сараға ауылдаштар, дин әһелдәре, мосолман ҡәрҙәштәр бик күп йыйылды. Юлбарыҫ ауылының имам-хатибы Хәсән Таймасов тәбрикләп: «Аллаға шөкөр, ауылыбыҙҙа иман йорто ҡалҡып сыҡты. Үҙебеҙҙең артыбыҙҙан да иманлы кешеләрҙе, балаларҙы йәлеп итергә яҙһын. Мәсетте төҙөүселәр Аллаһтың рәхмәтендә булһын. Киләсәктә лә мәсетебеҙ иман нуры сәсеп торһон!», – тине һәм доға ҡылды.
–Ниһайәт, изге эш аҙағына етте, ауылды йәмләп, мәсет асылды. Уның ишектәре дини байрамдар, изге йомала ғына түгел, һәр көн асыҡ булһын. Олоһо ла, йәштәре лә дин юлына тартылһын, күңелдәренә тыныслыҡ, килеп сыҡҡан һорауҙарына яуап алһын. Төҙөлөштә ярҙам итеүселәргә оло рәхмәтемде белдерәм. Бында өйләнешкән парҙарға никахтар уҡылһын, яңы тыуған сабыйҙарға исем ҡушылһын, – тине Һамар ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Рафаил Кәримов.
Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов үҙенең тәбрикләү сығышында билдәләүенсә, халыҡ тырышмаһа, бындай мәсет булмаҫ та ине: «Бөгөн Юлбарыҫта тарихи ваҡиға – Хәйбулла ерендә тағы бер иман йорто ҡалҡып сыҡты. Юлбарыҫ – уңғандар һәм тырыш кешеләр төбәк иткән ауыл. тең күмәк көс менән төҙөлөүе быға асыҡ дәлил – ауыл халҡы, яҡташтарыбыҙ, Урал Хөрмәт улының ярҙамында барлыҡҡа килде ул. Райондың хәйриә фонды ла үҙ өлөшөн индерҙе. Бөгөнгө көндә районда 27 мәсеткә өҫтәлеп, тағы ла Быҙаулыҡ, Маҡан, Петропавловка ауылдарында төҙөлә. Күмәк көс һәм тырышлыҡ менән асылған был мәсет тә ауылға, районыбыҙға йәм һәм бәрәкәт өҫтәп, яҡты иман нуры сәсеп торор, ауылға иман ҡайтыр, мәсет тәрбиәүи эштәр алып барыусы усаҡ булып, уның ишектәре һәр саҡ асыҡ булыр тип ышанам. Яңы мәсеттең нигеҙе ҡотло булһын!», – тине һәм Аллаһ йортона бүләк тапшырҙы.
Әйткәндәй, был көн ҡотлауҙарға мул булды. Сараны алып барыусы, ауылдың кейәүе, Ульяновск ҡалаһы «Мәҙинә» мәсете имам-хатибы Ғәбделкәрим Хөснөтдинов Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының баш мөфтөйө Айнур хәҙрәт Бирғәлиндың ҡотлау һүҙҙәрен еткереп, мәсет төҙөүҙә әүҙем ҡатнашыусыларҙы Рәхмәт хаттары менән бүләкләне. Ауылдаштар исеменән Раян Байғужин, Юлбарыҫта тыуып үҫеп әлеге көндә сит тарафтарҙа йәшәүселәр, Хәйбулла районының имам-мөхтәсибе Муса хәҙрәт, Урал аръяғы райондарының ахуны Сәйфулла хәҙрәт, Быҙаулыҡ, Иләс, Бүребай, Аҡъяр, Иҫән (Баймаҡ районы) ауылдары диндарҙары, Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе Ғәлим Мөхәмәтов, мәсет төҙөүгә үҙ өлөшөн индергән Һамар ауылынан православие динен тотҡан Пётр Антипин тәбрикләү һүҙҙәре менән сығыш яһаны. Юлай хәҙрәт Аллаһ йорто асылыуы менән ҡотлап, махсус хәрби операция биләмәһендә мосолмандар өсөн окоптар, блиндаждар доға ҡылыу урыны булыуын билдәләне һәм Юлбарыҫ ауылынан алты яугирҙың иҫән-һау ҡайтыуҙарын теләне. Өй туйлауға ғәҙәттә бүләк менән йөрөйҙәр, сараға килгән һәр кем мәсеткә инселәп намаҙлыҡтар, һауыт-һаба менән бер рәттән аҡсалата ла бүләк һалдылар.Изге теләктәрҙән һуң, барса халыҡ иман йортона үтте.
«Ғәрифә» мәсетендә бергәләп өйлә намаҙын уҡығандан һуң, Юлбарыҫта йәшәүсе йәш пар – Илфат һәм Ирина Хөсәйеновтар яңы тыуған сабыйҙарына Сөләймән тип исем ҡуштырҙы. Иман йортонда үткән был иҫтәлекле сараға бәләкәстең ҡартҡартатаһы һәм ҡартөләсәһе, ҡартатай-өләсәһе, ата-әсәһе, туғандары йыйылғайны.
Әйтергә кәрәк, Юлбарыҫта асылған «Ғәрифә» мәсете «Атайсал — кесе Ватан» проекты сиктәрендә бойомға ашырылған. 2021 йылда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән булдырылған был проекттың асылы — һәр кем үҙенең тыуып үҫкән төбәгенә, ауылына ҡулынан килгәнсә ярҙам итә ала.Ҡыуаныслы байрам ике тирмәлә ауылдың уңған ҡатын-ҡыҙҙары тарафынан әҙерләнгән мул табында ҡорбан ашы ашау, самауырлап сәй эсеү менән тамамланды. Ауыл халҡына ҡот һәм иман таратыусы Аллаһ йортоноң ишеге һәр саҡ асыҡ булһын, изге динебеҙ юлында булыусылар һаны артһын.
Урал Таймасов:
—Мәсет төҙөүгә арналған тәүге йыйылышта буласаҡ иман йортоноң урынын һәм исемен һайлауға рөхсәт һораным. Урыны – атайым йорто нигеҙе янында, ә исеме — өләсәйем Ғәрифә хөрмәтенә, сөнки ул совет осоронда ла диненә тоғро ҡалып, Ҡөрьән уҡып, доғалар ҡылды. 2020 йылдың июлендә иман йортоноң нигеҙе һалынды. Ауыл халҡы төҙөлөш өмәләрендә дәррәү ҡатнашты. Мосолман ҡәрҙәштәр хәйер-саҙаҡалар сифатында аҡса йыйҙы. Шулай итеп бергәләп, Аллаһ йортон төҙөргә насип булды. Барыһына ла оло рәхмәтлемен. Мәсетебеҙ буш тормаһын, халҡыбыҙ иманға ҡайтһын, илебеҙгә тыныслыҡ килһен.
АУЫЛ МӘСЕТЕ ТАРИХЫНАН:
Юлбарыҫ ауылында тәүге мәсеттең төҙөлөү ваҡыты билдәһеҙ. XIX быуаттың 2-се яртыһында бында Һаҡҡол Таймасов исемле хәлфә – мәсет ҡарамағындағы мәктәп уҡытыусыһы йәшәгән. Уның ҡыҙы, билдәле сәсәниә Әсмә Усманованың өләсәһе Мөьминә Таймасова-Тауылбаева (1870–1973) – «Урал батыр» ҡарһүҙен, оҙон көйҙәрҙе, әкиәттәрҙе, дини риүәйәттәрҙе бик яҡшы белгән һәм һәләтле башҡарыусы булған.1900 йылда Юлбарыҫ ауылында мәсет булыуы рәсми теркәлгән. Ҡалҡыу урында урынлашҡан күркәм иман йортоноң бер манараһы ла була. Боронғолар һөйләүенсә, шул манараны төҙөгән саҡта, уның бағана башына төрлө бүләктәр элеп ярыш үткәрәләр. Бүләктәрҙе Алтынғужа Рамаҙан улы Байғужин менеп ала.1920 йылда Юлбарыҫ ауылында 326 кеше йәшәгән, ә унан Ерәнағас йылғаһы буйлап түбәндәрәк урынлашҡан Аҡҡужа ауылында был ваҡытта 202 кеше иҫәпкә алынған. 1930-сы йылдарҙа Ерәнағас йылғаһы буйлап үрҙәрәк яңы ауыл – Яңы (Үрге) Юлбарыҫ ауылы барлыҡҡа килгәс, мәсет «Яңы таң» колхозына ингән Иҫке һәм Яңы Юлбарыҫ, Аҡҡужа ауылдары халҡына хеҙмәт итә башлаған. Иман йортонда мосолмандарҙың изге байрамдары ойошторолған, никах туйҙары уҙғарылған, яңы тыуған сабыйҙарға исем ҡушҡандар. Мәсеттә Арыҫланғәле менән Шаһивәли Байғужиндар – мулла, ә Заһиҙулла Байғужин менән Әхтәм Таймасов мәзин булған. Һөйләүҙәренсә, йома һайын манаранан мәзиндәр намаҙға саҡырып, аҙан әйткән һәм ул күрше Аҡҡужа һәм Яңы Юлбарыҫ ауылдарына ла яңғыраған. Мәсеткә йома һайын кеше күп йыйылған, хатта алма төшөрлөк тә урын булмаған. Ҡыҙғанысҡа күрә, ауылды ҡанлы репрессия шауҡымы урап үтмәй. 1937 йылдың 6 ноябрендә ауыл имамы Арыҫланғәле Солтанғәле улы (1876 йылғы) контрреволюцион эшмәкәрлектә ғәйепләнеп ҡулға алына һәм иң юғары язаға хөкөм ителеп, 8 декабрҙә атыла.Мәсет бинаһы буралары 1941 йылда Яңы Юлбарыҫ ауылына, иҫке мәктәп урынына күсерәләр. Ләкин Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, мәсетте тулыһынса ҡороп өлгөрмәйҙәр. Бина оҙаҡ шулай килеш тора, ауыл халҡы уның бер генә ағасына ла, таҡтаһына ла теймәй һәм емермәй. Аръяҡта (хәҙерге Абдулла Вәхитов урамы) клуб төҙөр өсөн, мәсет бинаһының материалдарын ҡулланалар. Яңы клуб төҙөлгәс, иҫкеһе 1990-сы йылдар урталарында һүтелә.