Бөтә яңылыҡтар
ИМАН
24 Август 2024, 20:57

Бәхетле бул, иҫән-һау үҫ, бәпес!

Юлбарыҫ ауылында бөгөн тантаналы асылып, тирә-яҡҡа нурҙар сәсеп торған күркәм «Ғәрифә» мәсетендә тәүге намаҙ уҡылды. Тағы бер ҡыуаныслы  яңылыҡ – Хөсәйеновтар яңы тыуған сабыйҙарына иман йортонда исем ҡуштырҙы!

Бәхетле бул, иҫән-һау үҫ, бәпес!
Бәхетле бул, иҫән-һау үҫ, бәпес!

Юлбарыҫ ауылында бөгөн тантаналы асылып, тирә-яҡҡа нурҙар сәсеп торған күркәм «Ғәрифә» мәсетендә тәүге намаҙ уҡылды. Тағы бер ҡыуаныслы  яңылыҡ – Илфат һәм Ирина Хөсәйеновтар яңы тыуған сабыйҙарына иман йортонда исем ҡуштырҙы!

Иман йортонда үткән был сарала бәләкәскә Сөләймән исемле бирелде. Ульяновск ҡалаһы «Мәҙинә»  мәсете имам-хатибы Ғәбделкәрим Хөснөтдинов был эште урын еренә еткереп ихлас башҡарҙы. Матур башҡорт исемле  Сөләймән бәхетле, тәуфиҡлы, итәғәтле, иманлы булып үҫһен! Туғандары, ҡартҡартатаһы һәм ҡарт өләсәһе, ҡартатай-өләсәһенә, ата-әсәһенә, Сөләймәнгә һаулыҡ теләйбеҙ.

Сабый һәр саҡ ҡыуандырып торһон, һау-сәләмәт үҫһен!

Бәхетле бул, иҫән-һау үҫ, бәпес!
Бәхетле бул, иҫән-һау үҫ, бәпес!
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: