Бөтә яңылыҡтар
ИМАН
24 Август 2024, 08:33

Ауыл өҫтөндә яңғыраны аҙан тауышы

Бөгөн Юлбарыҫ ауылы халҡы ла мәсетле булды

Ауылдарҙа яңы мәсет­тәр һалыныуы, ха­лыҡтың һуңғы йылдарҙа әхлаҡи-рухи тәрбиәгә әһәмиәт биреп, иманға, дингә тартылыуы ыңғай күренеш. Оҙаҡ ҡына көткәндән һуң, ниһайәт, Юлбарыҫ ауылы халҡы ла мәсетле булды. Улар ҙур шатлыҡ кисерҙе – күккә олғашҡан мана­ралы иман йортон асыу тантанаһы   уҙҙы.

Юлбарыҫ ауылы халҡы өсөн, ысынлап та, иҫтәлекле көн, ҙур бай­рам. Ауылда мәсет төҙөү ниәте менән урын­дағы фермер Урал Таймасов башлап сыҡҡан. Һәм уны төҙөүҙә ауыл халҡы әүҙем ҡатнашҡан. Тантаналы сараға ауыл­дарҙан имам-хатибтар, ағинәйҙәр, мосолман ҡәрҙәштәр бик күп йый­ылды.

Райондың имам-мөх­тәсибе Муса хәҙрәт Юлбарыҫ халҡын ихлас тәбри­кләп: «Ауылығыҙҙа иман йорто ҡалҡып сыҡты һәм ул тирә яҡҡа нур сәсеп, балҡып торһон. Үҙебеҙҙең артыбыҙҙан да иманлы кешеләрҙе, балаларҙы йәлеп итер­гә яҙһын. Изге ғәмәлдәр ҡылырға насип итһен. Иман, аҙан тауышта­ры яңғырап торор тип ышанабыҙ. Мәсетте төҙөүселәр Аллаһтың рәхмәтендә булһын», – тине.

–Ниһайәт, изге эш аҙағына етте, ауылы­быҙҙы йәмләп, мәсет асылды. Уның ишектәре дини бай­рамдар, йома көндәрен­дә генә түгел, һәр көн асыҡ булһын. Олоһо ла, йәштәре лә дин юлы­на тартылһын, күңел­дәренә тыныслыҡ, килеп сыҡҡан һорауҙарына яуап алһын. Ошо изге урында ислам дини йо­лаларын тергеҙеп, бөтә мөһим байрамдарҙы уҙғарайыҡ. Барлыҡ ярҙам итеүселәргә оло рәхмәтемде белдерәм. Был изге йорт бик кәрәк. Балаларыбыҙ иман йор­тона аяҡ баҫыр, өйлә­нешкән парҙарға ни­кахтар уҡылһын, яңы тыуған сабыйҙарға исем ҡушылыр, – тине Һамар ауыл биләмәһе хаки­миәте башлығы Рафаил Кәримов.

Муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов ауыл халҡының шатлығы менән уртаҡлашып: «Бөгөн Юлбарыҫта тарихи ваҡиға - Хәйбулла ерендә тағы бер иман йорто ҡалҡып сыҡты. Юлбарыҫ - уңғандар һәм тырыш халыҡ төбәк иткән ауыл. Мәсеттең күмәк көс менән төҙөлөүе быға асыҡ дәлил - ауыл халҡы, яҡташтарыбыҙ, Урал Хөрмәт улының ярҙамында барлыҡҡа килде ул. Райондың хәйриә фонды ла үҙ өлөшөн индерҙе. Бөгөнгө көндә районда эшләп килеүсе 27 мәсеткә өҫтәлеп тағы ла Быҙаулыҡ, Маҡан. Петропавловка ауылдарында өсәүһе төҙөлә. Яңыраҡ ҡына Үрнәк ауылында ла иман йорто үҙ ишектәрен асты. Күмәк көс һәм тырышлыҡ менән асылған был мәсет тә ауылға, районыбыҙға йәм һәм бәрәкәт өҫтәп, яҡты иман нуры сәсеп торор, ауылға иман ҡайтыр, мәсет тәрбиәүи эштәр алып барыусы усаҡ булып, уның ишектәре һәр саҡ асыҡ булыр тип ышанам. Яңы мәсеттең нигеҙе ҡотло булһын!», – тине һәм мәсеткә бүләк тапшы­рҙы.

Изге теләктәрҙән һуң, барса халыҡ иман йор­тона үтеп, вәғәздәр тыңланы, тәмле былау ашап самауырлап сәй эсте. Асылған мәсеттең уты һүнмәһен, изге юлға баҫырға теләүселәр на­маҙҙар уҡырға өйрә­неп, уның юлына туҙан төшөрмәһен.

 

Ауыл мәсете тарихынан...

Юлбарыҫ ауылында тәүге мәсеттең төҙөлөүе билдәһеҙ. XIX быуаттың 2-се яртыһында бында Һаҡҡол Таймасов исемле хәлфә – мәҙрәсә уҡытыусыһы йәшәгән. Уның ҡыҙы, билдәле сәсәниә Әсмә Усманованың өләсәһе Мөьминә Таймасова-Тауылбаева (1870–1973) –  «Урал батыр» ҡарһүҙен, оҙон көйҙәрҙе, әкиәттәрҙе, дини риүәйәттәрҙе бик яҡшы белгән һәм һәләтле башҡарыусы булған. Ә улы Зәйнәғәбдин Таймасов (1874 йылғы) репрессия ҡорбаны була: 1931 йылдың 23 июнендә ҡулға алынып, биш йылға һөргөнгә ебәрелә.

1900 йылда Юлбарыҫ ауылында мәсет булыуы рәсми теркәлгән. Ҡалҡыу урында урынлашҡан күркәм иман йортоноң бер манараһы ла була. Боронғолар һөйләүенсә, шул манараны төҙөгән саҡта, уның бағана башына төрлө бүләктәр элеп ярыш үткәрәләр. Бүләктәрҙе Алтынғужа Рамаҙан улы Байғужин менеп ала.

1920 йылда Юлбарыҫ ауылында 326 кеше йәшәгән, ә унан Ерәнағас йылғаһы буйлап түбәндәрәк урынлашҡан Аҡҡужа ауылында был ваҡытта 202 кеше иҫәпкә алынған. 1930-сы йылдарҙа Ерәнағас йылғаһы буйлап үрҙәрәк яңы ауыл – Яңы (Үрге) Юлбарыҫ ауылы барлыҡҡа килгәс, мәсет «Яңы таң» колхозына ингән Иҫке һәм Яңы Юлбарыҫ, Аҡҡужа ауылдары халҡына хеҙмәт итә башлаған. Иман йортонда мосолмандарҙың изге байрамдары ойошторолған, никах туйҙары уҙғарылған, яңы тыуған сабыйҙарға исем ҡушҡандар. Мәсеттә Арыҫланғәле менән Шаһивәли Байғужиндар – мулла, ә Заһиҙулла Байғужин менән Әхтәм Таймасов мәзин булған. Һөйләүҙәренсә, йома һайын манаранан мәзиндәр намаҙға саҡырып, аҙан әйткән һәм ул күрше Аҡҡужа һәм Яңы Юлбарыҫ ауылдарына ла яңғыраған. Мәсеткә йома һайын кеше күп йыйылған, хатта алма төшөрлөк тә урын булмаған. Ҡыҙғанысҡа күрә, ауылды ҡанлы репрессия шауҡымы урап үтмәй. 1937 йылдың 6 ноябрендә ауыл имамы Арыҫланғәле Солтанғәле улы (1876 йылғы) контрреволюцион эшмәкәрлектә ғәйепләнеп ҡулға алына һәм иң юғары язаға  хөкөм ителеп, 8 декабрҙә атыла.

Мәсет бинаһы буралары 1941 йылда Яңы Юлбарыҫ ауылына, иҫке мәктәп урынына күсерәләр. Ләкин Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, мәсетте тулыһынса ҡороп өлгөрмәйҙәр. Бина оҙаҡ шулай килеш тора, ауыл халҡы уның бер генә ағасына ла, таҡтаһына ла теймәй һәм емермәй. Аръяҡта (хәҙерге Абдулла Вәхитов урамы) клуб төҙөр өсөн, мәсет бинаһының материалдарын ҡулланалар. Яңы клуб төҙөлгәс, иҫкеһе 1990-сы йылдар урталарында һүтелә.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: